Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Дүрт бала әсәһе бөтәһенә лә өлгөрә

8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан төркөмөбөҙҙә “Донъя биҙәге” тигән конкурс иғлан иттек. Унда республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан, сит төбәктәрҙән әүҙем, уңышлы, эшлекле гүзәл заттарыбыҙ ҡатнаша. Яңауыл районының данын был конкурста Эльмира Мөхәмәтшина яҡлай. Яҡташтары уны рухлы, эшһөйәр, бар йәһәттән әүҙем кеше, шәп хеҙмәткәр һәм өлгөлө ғаиләнең уңған хужабикәһе булараҡ белә һәм хөрмәт итә. – Күп балалы ғаиләбеҙ менән ғорурланам. Тормошобоҙҙоң биҙәге һәм мәғәнәһе булып ҡыҙыбыҙ һәм өс улыбыҙ үҫеп килә. Беҙ сәйәхәт итергә яратабыҙ, әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барабыҙ. Балаларыбыҙҙа Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүҙе, уларҙы ысын кешеләр итеп үҫтереүҙе маҡсат итеп алғанбыҙ, - ти Эльмира. Ул 13 йылдан ашыу урындағы телевидениела эшләй. Эштән буш ваҡытында ирекмәнлек менән шөғөлләнә. Эльмира Мөхәмәтшина – “Геройҙар өсөн тегәбеҙ. Яңауыл” ирекмәндәр хәрәкәтен ойоштороусы. – 2022 йылдың сентябренән МХО-лағы яугирҙәргә кәрәкле кейемдәр тегеү эшенә тотондом. Был хаҡта белеп, башҡа оҫта

8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан төркөмөбөҙҙә “Донъя биҙәге” тигән конкурс иғлан иттек. Унда республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан, сит төбәктәрҙән әүҙем, уңышлы, эшлекле гүзәл заттарыбыҙ ҡатнаша. Яңауыл районының данын был конкурста Эльмира Мөхәмәтшина яҡлай. Яҡташтары уны рухлы, эшһөйәр, бар йәһәттән әүҙем кеше, шәп хеҙмәткәр һәм өлгөлө ғаиләнең уңған хужабикәһе булараҡ белә һәм хөрмәт итә. – Күп балалы ғаиләбеҙ менән ғорурланам. Тормошобоҙҙоң биҙәге һәм мәғәнәһе булып ҡыҙыбыҙ һәм өс улыбыҙ үҫеп килә. Беҙ сәйәхәт итергә яратабыҙ, әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барабыҙ. Балаларыбыҙҙа Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүҙе, уларҙы ысын кешеләр итеп үҫтереүҙе маҡсат итеп алғанбыҙ, - ти Эльмира. Ул 13 йылдан ашыу урындағы телевидениела эшләй. Эштән буш ваҡытында ирекмәнлек менән шөғөлләнә. Эльмира Мөхәмәтшина – “Геройҙар өсөн тегәбеҙ. Яңауыл” ирекмәндәр хәрәкәтен ойоштороусы. – 2022 йылдың сентябренән МХО-лағы яугирҙәргә кәрәкле кейемдәр тегеү эшенә тотондом. Был хаҡта белеп, башҡа оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар ҙа миңә ҡушылды. Кемдәр тегеү эше менән булыша алмай, финанс йәһәттән ярҙам тәҡдим итте. Шулай итеп, “Геройҙар өсөн тегәбеҙ. Яңауыл” хәрәкәте барлыҡҡа килде, – тип һөйләй Эльмира. Ике йыл ярым эсендә уның етәкселегендәге Яңауыл уңғандары фронтҡа 10 меңдән ашыу кейем-һалым тегеп оҙатҡан. Бынан тыш, 1500-гә яҡын маскировкалау селтәре үргәндәр. 2024 йылда Эльмира Мөхәмәтшина Халыҡ-ара #БЕҘ БЕРГӘ премияһының төбәк этабында “Йыл ирекмәне” номинацияһында 1-се урын менән билдәләнгән. “Ҡыйыу, илһөйәр яугирҙәребеҙгә ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт әйтәм. Берҙәм, бергә, ныҡлы рухлы булайыҡ. Барыбыҙға ла ғәзиз тыуған еребеҙҙә тыныс, аяҙ күк йөҙө аҫтында, бәхетле тормошта йәшәргә яҙһын”, – тигән изге теләктәрен еткерҙе ул. Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙе Яңауыл районынан оло йөрәкле, изге күңелле конкурсантыбыҙ Эльмира Мөхәмәтшина өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ. Ә уның үҙенә конкурста ла, тормошта ла тик уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Фотолар: ғаилә архивынан.