Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Йәштәр барҙа ауыл йәшәр

Һуңғы йылдарҙа ауыл йәштәре араһында тыуған төйәгенә ҡайтып, үҙ кәсебен асыу осраҡтары күбәйә бара. Был, әлбиттә, үҙ ереңде яратыуға, уны һаҡларға, үҫтерергә ынтылыуға ғына түгел, ә республика етәкселегенең ошондай башланғыстарҙы хуплауына, төрлө яҡлап ярҙам итергә тырышыуына ла бәйле. Быға аныҡ миҫал – Өфөлә күптән түгел уҙған “Киләсәк командаһы” ауыл йәштәре төбәк форумы. “Был тармаҡ сығымлы – уға ярҙам кәрәк” Форумда республикабыҙҙың агросәнәғәт комплексы белгестәре, ауыл хужалығы йүнәлеше буйынса белем алған студенттар осрашып, үҫеш юлдары тураһында фекер алышты, оҫталыҡ дәрестәрендә, стартап проекттарын эшләү буйынса ғәмәли сессияларҙа ҡатнашты. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһап, аграр тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең республикабыҙ киләсәген төҙөүҙә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөшөн, уларға дәүләт ярҙамы саралары, үҫеш мөмкинлектәре киңәйә барасағын билдәләне. Башҡортостан – илебеҙҙең алдынғы аграр төбәге. Тармаҡта әле илле мең самаһы хеҙмәткәр иҫәпләнә. – Ауыл хужалығы эшсәнд

Һуңғы йылдарҙа ауыл йәштәре араһында тыуған төйәгенә ҡайтып, үҙ кәсебен асыу осраҡтары күбәйә бара. Был, әлбиттә, үҙ ереңде яратыуға, уны һаҡларға, үҫтерергә ынтылыуға ғына түгел, ә республика етәкселегенең ошондай башланғыстарҙы хуплауына, төрлө яҡлап ярҙам итергә тырышыуына ла бәйле. Быға аныҡ миҫал – Өфөлә күптән түгел уҙған “Киләсәк командаһы” ауыл йәштәре төбәк форумы. “Был тармаҡ сығымлы – уға ярҙам кәрәк” Форумда республикабыҙҙың агросәнәғәт комплексы белгестәре, ауыл хужалығы йүнәлеше буйынса белем алған студенттар осрашып, үҫеш юлдары тураһында фекер алышты, оҫталыҡ дәрестәрендә, стартап проекттарын эшләү буйынса ғәмәли сессияларҙа ҡатнашты. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһап, аграр тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең республикабыҙ киләсәген төҙөүҙә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөшөн, уларға дәүләт ярҙамы саралары, үҫеш мөмкинлектәре киңәйә барасағын билдәләне. Башҡортостан – илебеҙҙең алдынғы аграр төбәге. Тармаҡта әле илле мең самаһы хеҙмәткәр иҫәпләнә. – Ауыл хужалығы эшсәндәре беҙҙе йәшәү өсөн кәрәкле бар нәмә менән тәьмин итә, – тине форумдағы сығышында Радий Хәбиров. – Әммә тармаҡта белгестәргә ҡытлыҡ бар. Ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн ауылда эшләргә теләгән йәштәргә дәүләт ярҙамы сараларын киңәйттек. Республика Башлығы билдәләүенсә, ауыл хужалығына инвестициялар йәлеп итеү төп бурыстарҙың береһе булып ҡала. – Шуны аңларға кәрәк: был тармаҡ һәр ваҡыт сығымлы буласаҡ. Уға ярҙам итеү мөһим, – тине Радий Фәрит улы. – Булышлыҡ саралары күп, шул иҫәптән – федераль гранттар һәм субсидиялар. Республикала быйыл уларҙың күләме биш миллиард һум иҫәпләнә, өҫтәүенә ташламалы банк продукттары бар. Яңы эш башлаған фермерҙар өсөн – “Агростартап”, ғаилә бизнесын үҫтерергә теләгәндәргә “Ғаилә фермалары” гранты ҡаралған. Ғөмүмән, беҙҙә аграр тармаҡҡа дәүләт ярҙамы саралары системаһы яҡшы ҡоролған. Ауылдарҙы төрлө яҡлап хәстәрләргә тырышабыҙ. Радий Хәбиров, республикабыҙҙа тәбиғәттең матурлығын, экологияның таҙалығын һаҡлауға ынтылышты билдәләп, турист комплекстарын арттырыу кәрәклеген дә әйтте. “Бөгөнгө йәштәр тирә-яҡ мөхиттең торошон, тәбиғәт һәйкәлдәрен һаҡлау мәсьәләләренә иғтибарлы. Был ҡыуандыра. Республикала экофермалар ҙа барлыҡҡа килә башланы. Туристар шундай урындарға килергә ярата. Унда тәбиғәт тә матур, дөрөҫ туҡланыу ҙа ойошторолған”, – тине республика Башлығы. Балыҡсылыҡҡа туризмды ҡушып... “Киләсәк командаһы” форумында ҡатнашҡан йәштәрҙең идеялары заманса, креатив. Мәҫәлән, Борай районынан эшҡыуар Русалина Шакирова, ҡыҙыҡлы бизнес планына ярашлы, “Шәп урын” тип аталған агротурист комплексы төҙөргә йыйына. Йәш йүнсел ошо маҡсатта “Агротуризм” программаһы буйынса 10 миллион һумлыҡ грант отҡан, уны быйыл тапшырасаҡтар. Шакировтар ғаиләһе балыҡ үрсетеү менән 2020 йылда шөғөлләнә башлаған. Был кәсепкә улар “Агростартап” программаһы буйынса 2,2 миллион һумлыҡ грант отоп тотонған. 12 гектар майҙанлыҡ быуаға карп, бағры, уҡбалыҡ, аҡ амур селбәрәләре (барыһы бергә дүрт тонна) ебәрелгән. Артабан уларҙы ашатыу, ҡармаҡлап тотоу, ыҫлау, ҡаҡлау буйынса килгән кешеләргә оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған, шулай уҡ сәнәғәт өсөн тотоу юлдары күрһәтелгән. Быуа буйында һәүәҫкәр һәм тәжрибәле балыҡсылар үҙ маһирлығын күрһәтеп, халыҡтың был шөғөлгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын арттырған. Кәсепте ошолай ҡыҙыҡлы алымдар менән үҫтереп, байтаҡ тәжрибә туплағас, Шакировтар ошо ерҙә турист комплексы төҙөү идеяһы менән яна башлаған. Был ниәттәренә өлгәшеү өсөн “Агротуризм” программаһында ҡатнашып ҡарау уйы тыуған. Һөҙөмтәлә тәүҙә эшҡыуар В.И. Вернадский исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ хужалығы университетының Квалификацияны күтәреү институтында “Агротуризм – ауыл биләмәләрен үҫтереү юлы” темаһы буйынса курс үткән. Унан ғаилә үҙ проектының бөтә өҫтөнлөктәрен презентациялар, видеороликтар аша күрһәтеп, бизнес планы төҙөгән. Эшҡыуар биләмәлә үҙ көсө менән ике ҡунаҡ йорто төҙөткән дә инде. Хәҙер, грант аҡсаһы алғас, бында балыҡ тотоу өсөн кәрәк-яраҡ менән йыһазландырылған, мангал зонаһы, беседкалар булған тағы өс объект барлыҡҡа киләсәк. Турист комплексында шулай уҡ прокатҡа кәмә, квадроцикл алып тороу мөмкинлеге ҡаралған. – Беҙҙең эшмәкәрлектең төп маҡсаты – тыуған еребеҙҙә йәшәп, күңелгә яҡын кәсеп менән шөғөлләнеү, изге төйәгебеҙҙе йәнләндереү, тормош шарттарын яҡшыртыу, заманлаштырыу, – ти Русалина Руслан ҡыҙы. – Әлбиттә, был еңел түгел. Өҙлөкһөҙ хеҙмәт, тырышлыҡ талап ителә. Әгәр ҙә беҙгә, йәштәргә, дәүләт ярҙамы булмаһа, алға барыу тураһында уйлай ҙа, әлегеләй ҙур пландар ҡора ла алмаҫ инек. “Агростартап” беҙгә тәүге аҙымды яһарға этәргес бирҙе, хәҙер иһә “Агротуризм” программаһы артабанғы үҫешкә киң мөмкинлек аса, хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашыра. Борай эшҡыуары “Киләсәк командаһы” форумының ауылдар яҙмышын үҙ ҡулына аласаҡ йүнсел йәштәр өсөн ҙур әһәмиәтен билдәләй, ошондай осрашыуҙар даими үткәрелеп торһон ине тигән теләген белдерә. – Йыйында республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы беҙҙең өсөн үтә мөһим булды, – ти йәш эшҡыуар. – Етәксе менән яҡындан аралашыу ауыл хужалығындағы көнүҙәк мәсьәләләргә нығыраҡ төшөнөү, үҫеш юлдарын асығыраҡ күҙаллау мөмкинлеген бирҙе. Үҙемдең, ысынлап та, тыуған төйәгебеҙҙең киләсәген хәстәрләүемә һәм минең кеүектәрҙең күплегенә, тимәк, фекер алышып, кәңәшләшеп эшләү мөһимлегенә ныҡлы инандым. Борайҙа туризмды үҫтереүгә өлөш индереү райондың иҡтисади яҡтан ылыҡтырыу көсөн, ҡеүәтен арттырасаҡ, өҫтәүенә үҙемдән йәшерәктәргә был йәһәттән өлгө күрһәтәсәкмен. Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВ: – Ауылда үҙ эшен башлаған йәштәр – тыуған төйәген ысын күңелдән яратҡан, уны үҫтерергә ынтылған, киләсәк өсөн оло яуаплылыҡ тойған кешеләр. Беҙ ошондай осрашыуҙарҙы дауам итәсәкбеҙ. Яҡындан аралашҡанда ауыл хужалығының нисек үҫешкәне, тармаҡҡа ҡайһы яҡтан ярҙам күрһәтеү кәрәклеге тәрәнерәк аңлашыла. Үҙ кәсебе менән шөғөлләнгән, хужалығын киңәйтергә теләгән йәш эшҡыуарҙар дәртләндереү саралары тураһында белергә тейеш, был йәһәттән урындағы хакимиәттең бизнес-шәрифенә ҙур бурыс йөкмәтелгән. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат ФӘЗРАХМАНОВ: – Беҙ ғаилә бизнесын үҫтергән фермерҙарға төрлө яҡлап ярҙам итергә тырышабыҙ. Уларҙа айырым ҡеүәт – быуындан-быуынға тапшырыла килгән белем, тәжрибә өлгөләре, компетенциялар, ресурстар бар. Ғәҙәттә, тап шундай хужалыҡтарҙың нигеҙе ныҡлы, киләсәге ышаныслы була. Борай эшҡыуары өлгөһөнән күренеүенсә, ғаилә бизнесына дәүләт ярҙамы күрһәтеү тотош райондың иҡтисади үҫешенә яңы этәргес бирәсәк. Ошондай программалар, ғөмүмән, ауылдарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән, уларҙа йәштәргә әүҙемерәк ҡатнашырға кәрәк. Әле ғәмәлгә ашырылғандары – республикала ғаилә фермаларына, кооперативтарына, агротуризмға дәүләт ярҙамы, агростартап биреү буйынса программалар 2030 йылғаса һаҡланасаҡ. Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.