Күптән күрмәгән төркөмдәш ҡыҙҙың ун ике йыл буйы көтөп, ниһайәт, бәпес алып ҡайтыуын ишеткәс, бик ҡыуандыҡ. Ҡыҙҙар менән йыйылышып, бәпәй күрергә лә барып ҡайттыҡ әле. “Ирем вахтанан кәләш алып ҡайтты бит! – тип һүҙ башланы әхирәтебеҙ. – Дөрөҫөн генә әйткәндә, бәпәй алып ҡайтырға уйымда ла юҡ ине. Мин бит тик ирем өсөн генә йәшәргә, тип һүҙ биргәйнем. Ә бында хәлдәр шулайыраҡ булып китте... Илнурҙың вахтанан ҡайтҡанын түҙемһеҙләнеп көтөп ала инем. Был юлы бер ҡатын эйәртеп ҡайтты. Минең аптырағанды күреп: “Мосолмандарҙа бер нисә кәләш алыу тыйылмай”, - тип кенә яуапланы. Сығып китер ерем булһа, китер инем. Тик минең ике туған ағайымдан башҡа бер кемем дә юҡ. Нисә йыл буйы йыйған донъямды ла әллә кемгә биреп ҡуйғы килмәй бит әле. Был ҡатын килеп инеү менән аш бүлмәһен тикшереп сыҡты: - Ирең эштән ҡайтып килә, биҙәнеп-һыланыуҙан тыш, ашарға ла бешерергә кәрәктер ул... - тимәһенме. - Беҙ ул ҡайтҡанда кафенан ғына алып ашайбыҙ, — тип әйтеп тә өлгөрмәнем, йүгереп йөрөп аш әҙерләй башланы. Б