Татарстандың Күкмара районының Купка ауылында йәшәгән Гүзәлиә Хафизованың тәҙрә төптәрендә 60 –дан ашыу төр бегония сәскәләре биҙәй. Гүзәлиә ханым тәүҙә ярандар үҫтергән, аҙаҡ әсәһе кеүек бегониялар үрсетергә булған. Күптән бегонияны нескә гөл тип иҫәпләй, әммә ул бындай һүҙҙәр менән килешеп бөтмәй. “Көйөн тапһаң, көйһөҙ сәскә түгел ул”, - ти. Яратып үҫтерһәң, сәскәләре 4-5 айға тиклем тора икән. Һәр гөлдөң үҙ сере, үҙ хикмәте шул. Гүзәлиә Хафизова әйтеүенсә, бегония үҫтерергә теләүселәргә билдәле бер ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға кәрәк. Беренсенән, гөлгә теләһә ҡайһы ваҡытта һыу ҡойорға кәрәкмәй. Өс көнгә бер мәртәбә икешәр ағас ҡалаҡ һыу етә. Һыу йылымыс булырға тейеш. Башта ҡулы менән дымды самалай. Ни өсөн тигәндә, бегонияның төрлөһө бар. Ҡайһы берҙәре бик тиҙ сереп барыусан. Ҡыҫҡаһы, төбө ныҡ еүеш тә, ҡоро ла булмаһын. Тәҙрә төбөнөң ҡояш төшкә ҡәҙәр ҡарағанын яраталар. Төштән һуң ҡояш нурҙары япраҡтарын көйҙәрә, шуға күрә хужабикәгә ундай тәҙрәләргә икешәр ҡат селтәр (тюль) элергә т