Найти в Дзене

Бөгөн изге Рамаҙан айы башланды

Бөгөн мосолмандар өсөн иң изге Рамаҙан айы башланды. Күптәр ураҙа тоторға ниәтләнеп, тәүге сәхәр эскәндер. “Рамаҙан – бөйөк ай. Был айҙа Йәннәт ишектәре асылыр, ә Йәһәннәм ишектәре ябылыр. Шайтандар бығауға ултыртылыр, һәм яманлыҡ эшләй алмаҫтар. Фәрештәләр һәр кис саҡырырҙар: “Эй, изгелек теләүселәр, күберәк ғәмәлдәр ҡылығыҙ! Эй, яман ғәмәлдәр теләүселәр, был уйығыҙҙан баш тартығыҙ, боҙоҡлоғоғоҙҙо кәметегеҙ!” – тигән Мөхәммәд (саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм). Ул шулай уҡ әйткән: ”Ҡәҙерле һәм бөйөк Аллаһ әйткән: “Әҙәм балаһының бөтә эштәре лә үҙе өсөн (эшләнә), ураҙанан башҡаһы, ысынында, ураҙаны Минең өсөн генә (тоталар), һәм Мин тулыһы менән бүләкләрмен”. “Ураҙа тотоусының ике шатлығы булыр: ауыҙ асҡанда һәм Раббыһы менән осрашҡас, бүләкләнгәндә”. Ураҙа тотоусы бүләген (әжер-сауабын) тулыһы менән аласаҡ, ә ул шундай булыр, уны хатта күҙ алдына килтереп тә, иҫәпләп сығарып та булмаҫ: “Кешеләр белмәй, улар эшләгән өсөн бүләк итеп ниндәй рәхәтлектәр йәшерелгәнен”, “Ысынында, сабырҙар үҙҙ

Бөгөн мосолмандар өсөн иң изге Рамаҙан айы башланды. Күптәр ураҙа тоторға ниәтләнеп, тәүге сәхәр эскәндер. “Рамаҙан – бөйөк ай. Был айҙа Йәннәт ишектәре асылыр, ә Йәһәннәм ишектәре ябылыр. Шайтандар бығауға ултыртылыр, һәм яманлыҡ эшләй алмаҫтар. Фәрештәләр һәр кис саҡырырҙар: “Эй, изгелек теләүселәр, күберәк ғәмәлдәр ҡылығыҙ! Эй, яман ғәмәлдәр теләүселәр, был уйығыҙҙан баш тартығыҙ, боҙоҡлоғоғоҙҙо кәметегеҙ!” – тигән Мөхәммәд (саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм). Ул шулай уҡ әйткән: ”Ҡәҙерле һәм бөйөк Аллаһ әйткән: “Әҙәм балаһының бөтә эштәре лә үҙе өсөн (эшләнә), ураҙанан башҡаһы, ысынында, ураҙаны Минең өсөн генә (тоталар), һәм Мин тулыһы менән бүләкләрмен”. “Ураҙа тотоусының ике шатлығы булыр: ауыҙ асҡанда һәм Раббыһы менән осрашҡас, бүләкләнгәндә”. Ураҙа тотоусы бүләген (әжер-сауабын) тулыһы менән аласаҡ, ә ул шундай булыр, уны хатта күҙ алдына килтереп тә, иҫәпләп сығарып та булмаҫ: “Кешеләр белмәй, улар эшләгән өсөн бүләк итеп ниндәй рәхәтлектәр йәшерелгәнен”, “Ысынында, сабырҙар үҙҙәренең бүләген тулыһы менән һәм иҫәпһеҙ алырҙар”, – ти Аллаһы Тәғәлә. Ураҙа тотоусының быға хаҡы бар, сөнки ул ураҙаны бер Аллаһ өсөн генә тота. Автор фотоһы