1 мартта Өфө ҡалаһында сәнәғәт предприятиеларындахеҙмәт күрһәткән ҡатын-ҡыҙҙарҙың төбәк-ара VI cъезы ойошторола. Гүзәл заттарыбыҙ оборона һәм авиация сәнәғәтендә, автомобиль һәм машина төҙөлөшө сәнәғәтендә тир түккән. Шул уҡ ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ҡатындары ла саҡырылған. Башҡортостан сәнәғәтселәренең профсоюз лидеры Ирина Исламова белдереүенсә, улар йыйынды күптән башлаған. Араларында чиновниктар ҙа, эшҡыуарҙар ҙа, идарасылар ҙа юҡ, ә бөтәһе лә ябай хеҙмәт кешеһе. – Йыйында сиселмәҫтәй тойолған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшәбеҙ, уны сисеү юлдарын ҡарайбыҙ, һәр хәлдә, эштән ял итәбеҙ, – тип һөйләй Ирина Исламова. Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.