Ғәҙәттә, сәхнә тирәһендә йөрөүселәр, айырыуса ҙур сәхнәне яулаусылар халыҡтың күҙе менән ҡашы араһында була. Ысынлап та, сейә кеүек ҡыҙыл иренле, ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйғаҡ ҡашлы, бал ҡортондай нәҙек билле, аҡҡош муйын кеүек оҙон муйынлы йырсы ҡыҙҙар, бигерәк тә, ир-атты үҙенә ғашиҡ иттереүсән. "Эх, йәш саҡ булһа, бөтә алымдарҙы ҡулланып, ошо һылыуҡайҙы үҙемдеке итер инем дә, уны тиҙ генә кәләш итеп алыр инем", – тип бер ағайҙың концертта һөйләгәне хәтергә уйылып ҡалған. Йыраҡ йөрөйһө түгел, эстрада йондоҙо сибәр Гөлназ Асаева һуң... ҡалаҡҡа һал да йот инде... Шул ғорурлыҡ уята, Гөлназ Асаева ҡайҙа ғына сығыш яһамаһын, һәр ваҡыт зал тулы була, уны барыһы ла ярата, ҡарарға эркелеп киләләр. Гөлназ һымаҡ Башҡортостанды ситкә танытыусыларҙың, Башҡортостан данын яҡлаусыларҙың күберәк булыуын теләйек. Фото: скриншот.