Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Уның кеүек эште яратып башҡарғандар үҙ маҡсатына өлгәшер

Белорет районынан шәхси эшҡыуар Евгений Моисеев модулле капиталь булмаған урынлаштырыу сараларын булдырыуға грант алыуға өлгәште. Был матди ярҙам “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проектының (национальный проект "Паспорт национального проекта "Малое и среднее предпринимательство") “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау” төбәк проектына ярашлы ойошторола. Эшҡыуар “Тау” ял һәм күңел асыу базаһы” инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 30 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы нигеҙендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ултырышында уға бизнесҡа ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге саралар буйынса ярҙам күрһәтелгән. Эшҡыуар әле Белорет районының Отнурок ауылында “Тау” (“Горы”) ял базаһын төҙөй. Районға командировкаға барғанда, Евгений Моисеев менән осрашып, ял базаһы төҙөлөшөн ҡараныҡ. Ысынлап та, Белорет районы – Хоҙай тарафынан ял итеү өсөн генә яратылған урын, тип әйтергә лә мөмкин. Ошо матур төбәктә урынлашҡан г

Белорет районынан шәхси эшҡыуар Евгений Моисеев модулле капиталь булмаған урынлаштырыу сараларын булдырыуға грант алыуға өлгәште. Был матди ярҙам “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проектының (национальный проект "Паспорт национального проекта "Малое и среднее предпринимательство") “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау” төбәк проектына ярашлы ойошторола. Эшҡыуар “Тау” ял һәм күңел асыу базаһы” инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 30 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы нигеҙендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ултырышында уға бизнесҡа ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге саралар буйынса ярҙам күрһәтелгән. Эшҡыуар әле Белорет районының Отнурок ауылында “Тау” (“Горы”) ял базаһын төҙөй. Районға командировкаға барғанда, Евгений Моисеев менән осрашып, ял базаһы төҙөлөшөн ҡараныҡ. Ысынлап та, Белорет районы – Хоҙай тарафынан ял итеү өсөн генә яратылған урын, тип әйтергә лә мөмкин. Ошо матур төбәктә урынлашҡан глэмпинг әлеге ваҡытта әүҙем үҫешә. “Тау”ға килеүселәр тауҙарҙан һәм тирә-яҡтағы матур күренештәрҙән ләззәт ала. Һәр коттеджда көнкүреш шарттары булдырылған – заманса йыһазландырылған аш һәм уңайлы йоҡо бүлмәләре. Тау велосипедтарында йөрөргә, матур һуҡмаҡтар буйлап йәйәү үтергә йәки махсус техниканан файҙаланырға ла мөмкин. Шулай уҡ ял базаһы тирә-яҡ буйлап экскурсиялар ойошторорға ла тәҡдим итә, унда ҡунаҡтарға урындағы тарих һәм мәҙәниәт менән тынышырға мөмкин. Евгений Юрьевич Белорет ҡалаһында тыуып үҫкән. Ҡаланың 17-се гимназияһын тамамлағас, Магнитогорск педагогия колледжында программист һөнәренә уҡып сыҡҡан. 2003 йылдан эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә – спорт, туризм, һунар, балсыҡсылыҡ йүнәлешендә тауарҙар һатыуға тәғәйенләнгән магазиндар аса. – Урманды яратам, шуға ла унда ял итеү өсөн кәрәкле әйберҙәр һатыуҙы яйға һалдым. Әле сауҙа эше яйлап һүнә башланы, сөнки кешеләр интернет селтәре аша тауар һатып алыуға күсте, магазиндар буйлап йөрөгөләре килмәй. Артабан үҫергә кәрәк, шуға ла яратҡан шөғөлөмә тотондом, туризмды үҫтерә башланым – һыуҙа ағыу, урман буйлап походтар, тауҙарға күәрелеү. Отнурок аша Көньяҡ Урал һуҡмағы үтә, шуға күрә лә был урынды һайланым. Унан өсөнсө Кирәлгә һуҡмаҡ башлана. Бала сағым ошо ауылда үтте, шуға ла база өсөн урынды һайлағанда бер ниндәй ҙә икеләнеү булманы. Ер һатып алғас, өс йыл элек ике ҡатлы ағас йорт төҙөй башланым. Уны 2023 йылдың 31 декабрендә сафҡа индерҙек. Һуңынан “Туризмды, эшҡыуарлыҡты үҫтереү” федераль программаһында ҡатнашып, грант алдым. Туризмды ныҡлап үҫтереү өсөн шарттар ҙа булырға тейеш – юл, интернет, газ, кәрәҙле бәйләнеш. Әле беҙҙе ошо мәсьәләләр борсой. Электр уты менән йорттарҙы йылытыу бик ҡиммәткә төшә, сөнки был ер коммерция йүнәлешендә файҙаланылғас, электр утына ла икенсе тариф буйынса түләргә тура килә. Йылытыу ҡиммәт, был хаҡ йәшәү өсөн түләүҙә лә сағыла, – тип белдерҙе эшҡыуар. Евгений Моисеев тәүҙә 7,5 миллион һум грант алған, ошо уҡ күләмдә үҙенең дә аҡсаһын һалған. Эшҡыуар әйтеүенсә, был аҡса ғына етмәй, сөнки грантҡа яҙғанда хаҡтар бер төрлө булһа, грант алған ваҡытҡа төҙөлөш тауарҙары күпкә ҡиммәтләнгән, шуға бәйле финанс мәсьәләләрендә лә ауырлыҡтар тыуа. Эшҡыуарға үҙенең аҡсаһын күпләп сарыф итергә тура килә, әммә ул төшөнкөлөккә бирелмәй, киләсәккә пландары ҙур. Әлбиттә, эшҡыуарлыҡ тәүәккәллекте, ал-ял белмәй эшләүҙе талап итә, шунһыҙ һөҙөмтәгә өлгәшеү мөмкин түгел. Евгений Юрьевич – үҙенең эшен яратып башҡарған егеттәрҙең береһе, алдына ҡуйған маҡсатына өлгәшеренә шик юҡ. Әйтергә кәрәк, Отнурокта ун йыл самаһы булғаным юҡ ине. Әле ундағы үҙгәрештәр һоҡландыра – ауыл үҙенсәлекле туризм төбәгенә әйләнгән, күп йорттар дача итеп файҙаланыла, шулай уҡ туристарҙы ҡабул итеү өсөн ҡулайлаштырылған йә төҙөлгән йорттар барлыҡҡа килгән. Был иһә Рәсәй Президентының указы буйынса ҡабул ителгән "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" милли проектын (национальный проект "Туризм и гостеприимство") ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә. Рәмилә Мусина фотоһы. Искәртмә: фотолар төҙөлөш барышында - 2024 йылдың июлендә төшөрөлдө.