“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Дәүләкән – үҙәк район дауаханаһына бер юлы ике ультратауыш аппараты алынды. Яңы ҡорамалдар киң мөмкинлектәргә эйә, төрлө тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Абдоминаль, ҡан тамырҙарын тикшереүҙә, кардиология, неонатология, педиатрия, акушерлыҡ һәм гинекологияла һөҙөмтәле ҡулланыла. Сканерҙар, сенсорлы идара итеү панеле табиптар өсөн уңайлы. Система монитор торошон көйләргә ярҙам итә. Ультратауыш аппараттары ашығыс һәм планлы медицина диагностикаһын үткәреүҙә алыштырғыһыҙ. – Ауырыуҙарҙы уңышлы дауалау өсөн ваҡытында һәм сифатлы диагностикалау бик мөһим. Ультратауыш аппараттары ошо йәһәттән табибтың ышаныслы ярҙамсылары, – тип билдәләне табип ИринаХәлимова. Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты ( нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән арт