Туймазы районының Бишҡурай ауылында булғанда бер төптән булып махсус хәрби операциялағы егеттәргә ярҙам итергә тырышҡан замандаштарыбыҙ менән һөйләштек. Барыһына ла өлгөрәләр. Һалдаттарға госпиталдә кейергә салбар, башҡа кәрәкле әйберҙәр тегәләр, мендәрҙәр, ҡалын япмалар эшләйҙәр. Тегеү менән шөғөлләнгән был гүзәл заттарға “Рәсәй патриоттары” тигән миҙал да тапшырғандар. Тегенселәр батальоны 2023 йылда ойошторолған. Мәктәптән теген машиналары алып, уларҙы ремонтлап, эшкә егәләр. Нәзилә Хәбибуллина тәүге көндән үк тегеү эштәрендә ҡатнаша. Бында ғына түгел, өйҙә лә тегергә өлгөрә. Йөн ойоҡтар бәйләп, эргәһенә күстәнәскә бал ҡушып, һалдаттарға оҙата изге күңелле инәй. Ғәмилә Ғазина ла оҫта тегенсе. Мендәрен дә, япмаһын да "һә" тигәнсә тегеп ҡуя. Бынан тыш, һалдаттарға туҡмас киҫешкән. Рәзилә Ғәйнанова, Клара Сираева, Нәсимә Әбүзғәлина, Илүсә Рамазанова һәм башҡа әүҙем замандаштарыбыҙ ваҡыттарын да, көстәрен дә йәлләмәйенсә, һалдаттарға даими ярҙам итә. Егеттәргә һуғышта йылы булһын өсөн б