Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, ике яңы ультратауыш аппараты алынды. “РуСкан-60” аппараттары юғары сифатлы һүрәттәр бирергә һәләтле заманса датчиктар менән йыһазландырылған. Улар төрлө сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡларға ярҙам итә. Яңы ҡорамалдар эске ағзаларҙағы патологик үҙгәрештәрҙе күрһәтә, теүәл диагноз ҡуйырға һәм ваҡытында дауа тәғәйенләргә ярҙам итә. Белгестәр ультратауыш аппараттарын ҡорһаҡ ятҡылығын, ҡалҡан биҙе, лимфа төйөндәре, бөйөр һәм һөт биҙҙәрен тикшереүҙә ҡуллана. Яңы аппараттар әле дауаханала ҡулланылған диагностика ҡорамалдарына яҡшы өҫтәмә буласаҡ һәм ультратауыш тикшеренеүҙәрен үткәреү өсөн киң мөмкинлектәр асасаҡ. Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһының баш табибы Юнир Ғәлин әйтеүенсә, заман талаптарына ярашлы ҡорамалдар пациенттарға хәүефһеҙ һәм юғары сифатлы медицина тикшереүҙәре үткәрергә ярҙам итәсәк. Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты ( нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын