Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Мәләүез районының Романовка ауылы эргәһендә, Р-240 Өфө - Ырымбур трассаһының 158-се километрында, туғыҙ автотранспорт ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы ҡотҡарыусылары урында юл фажиғәһендә һәләк булыусылар юҡ тип белдерҙе, ике кеше йәрәхәтләнгән, уларға тәүге ярҙам күрһәтелгән. Дәүләт Автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәбен асыҡлай. Бер һыҙат буйынса реверсив хәрәкәт ойошторолған. Һауа шарттары насар булыуы, көслө томан тороуы сәбәпле, Өфө – Ырымбур юлының 146-сы километрынан (Яңы Васильевка ҡасабаһы) 170-се километрына тиклем (Салауат ҡалаһы) участкаһында транспорт сараларының бөтә төрҙәре өсөн ваҡытлыса хәрәкәт сикләүе индерелгән. Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.
Өфө – Ырымбур юлында бер юлы туғыҙ автомобиль бәрелешкән
28 февраля 202528 фев 2025
~1 мин