Башҡортостан дәүләт медицина университеты, THEs World University версияһы буйынса, Рәсәйҙәге алдынғы өс медицина университеты исемлегенә индерелгән. Рейтингта донъяның 115 иленән 2092 ойошма ҡатнашҡан. Башҡортостан дәүләт медицина университеты Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығына төрлө йүнәлештәге ыңғай үҫеш динамикаһын күрһәткән. Унда яңы лабораторияларҙы асыуға бәйле, ғилми хеҙмәткәрҙәр иҫәпкә алынған, ғилми тикшеренеүҙәргә күпме сығымдар киткән, шулар ҙа иғтибар үҙәгендә булған, бүтән йүнәлештәр буйынса ла баһалағандар. Әйткәндәй, Башҡортостан дәүләт медицина университеты Волга буйы федераль округында иң эреләрҙән һанала, унда 15 мең студент белем эстәй, шуның биш мең сит ил студенты 64 илгә тура килә. Уҡыу йорто вуз-ара студенттар кампусында биш яңы лабораторияны асҡан, Фундаменталь медицина институты барлыҡҡа килгән. – Заман менән бергә атлайбыҙ, яңы дарыуҙар етештерәбеҙ, медицина ҡорамалдары ла эшләйбеҙ, – тип һөйләй Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов.