Һуңғы ваҡытта күҙҙәргә ҙур көсөргәнеш төшөүе билдәле. Көндәлек тормошобоҙҙағы ғәҙәткә әүерелгән телевизор ҡарауға башҡа цивилизация яңылыҡтары – һанлы технологиялар ҡушыла. Кешеләр күп ваҡыттарын компьютер, ноутбук, смартфондар артында үткәрә. Быларҙың барыһы ла күҙ сәләмәтлегенә кире йоғонто яһай. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш офтальмологы, 8-се ҡала клиник дауаханаһының 2-се микрохирургия бүлексәһе мөдире Светлана Зәйнуллина күҙ үткерлеген һаҡлау тураһында кәңәштәре менән уртаҡлашты. – Күҙҙәргә насар тәьҫир иткән төп сәбәптәрҙе һанап үтһәгеҙ ине. – Күҙ күреүенә кире йоғонто яһаған факторҙар бик күп. Шуларҙың береһе – эш урынының насар яҡтыртылыуы. Икенсеһе – алкоголле эсемлектәр ҡулланыу һәм тәмәке тартыу. Спирт күҙҙәге ҡан әйләнешенә кире тәьҫир итә, конъюктивит, тромбоз, катаракта сирҙәренә килтереүе ихтимал. Өсөнсөнән, компьютер, планшет, смартфон артында даими оҙаҡ ултырыу күҙҙәрҙең арыуына һәм ҡоро күҙ синдромына килтерә. Дүртенсенән, йоҡо туймау һөҙөмтәһендә күҙ