2024 йылдың июлендә көндөҙ Октябрьский ҡалаһының Севастополь урамында 8 йәшлек ҡыҙға эт ташланып, уның тәнен төрлө ерҙән тешләгәне, ә йорт хайуаны хужаһының бер ниндәй сара күрмәгәне тураһында яҙылғайны. Прокуратура судҡа балаға килтерелгән әхлаҡи зыянды ҡаплатыу тураһында дәғүә ғаризаһы менән мөрәжәғәт иткән. Суд прокурорҙың дәлилдәрен нигеҙле тип таба һәм яуап биреүсегә 150 мең һум түләтергә тигән ҡарар сығара. Бынан тыш, ул «хайуандарҙы аҫрауҙа талаптарҙы боҙоу» статьяһы буйынса 10 мең һум күләмендә штраф рәүешендә административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Иғтибар! «Башҡортостан Республикаһында йәмәғәт тәртибен һаҡлау тураһында» законға һәм эттәрҙе урамда йөрөтөү ҡағиҙәләренә ҡағылышлы административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында республика кодексына үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде. Йәмәғәт урындарында 30 сантиметрҙан бейегерәк эттәр морондоҡта йәки бер метрҙан да оҙонораҡ булмаған бәйҙә булырға тейеш. Ирекле йөрөү тик махсус урындарҙа ғына рөхсәт ителә. Был ҡағиҙә күреү һәләте буйынса инвалидта