Башҡортостанда Беренселәр хәрәкәте грант конкурсының ғаризалар тапшырыу кампанияһы әүҙем тормошҡа ашырыла. Республикабыҙҙа Беренселәр хәрәкәтенән гранты инициативалы йәштәргә ярҙам итеүгә, балалар һәм йәштәрҙе үҫтереүгә, уларҙың ялдарын ойоштороуға йүнәлтелгән. Грант конкурсы быйыл 31 ғинуарҙа старт алды, ҡатнашыуға ғаризаны 3 мартҡа тиклем финанс ярҙам порталы аша бирергә мөмкин. Конкурстың һөҙөмтәләре апрель башында иғлан ителәсәк, еңеүселәрҙең проекттары быйыл тормошҡа ашырыласаҡ. Грант конкурсында Рәсәй буйынса Башҡортостан - иң төп төбәктәрҙең береһе. 2024 йылда Башҡортостан ил төбәктәре араһында ғаризалар һәм еңеүселәр һаны буйынса алдынғылыҡты биләй. Республикабыҙҙың лидерлығы икенсе йыл рәттән дауам итә. -Бөгөнгө көндә беренселәр хәрәкәте грант конкурсына ғаризалар тапшырыу кампаниһы әүҙем бара. Был иһә йәштәргә үҙҙәренең идеяларын, проекттарын тормошҡа ашырыуға уңайлы мөмкинлек. Унда ҡатнашыуға ғаризалар һаны көндән-көн арта. Был, әлбиттә, һөйөндөрә. Сөнки беҙҙең республика ө