Баймаҡ районының Ҡарамалы ауылы егете 38 йәшлек эшҡыуар Рифат Раҡаевтың «Аҙаш» ойошмаһын булдырыуға быйыл 13 йыл тула. Ул Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжын тамамлағандан һуң, БашРТС-та слесарь булып хеҙмәт юлын башлай. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағас, Рифат Раҡаев тыуған яғына – Сибай ҡалаһына ҡайтып, хеҙмәт юлын электрик булып дауам итә. Тыуған яғына ҡайтҡас, дуҫы, үҙе икенсе ҡалаға күсеп китеүе сәбәпле, бизнесын һатып алырға тәҡдим итә. Рифат юғалып ҡалмай. Әле үҙенең тәүәккәл аҙымы дөрөҫ булыуына инанған. Йүнселлеге, алдан күҙаллай белеүе уны эшҡыуарлыҡ юлында нығыта. «Аҙаш» фирмаһы Урал аръяғында ғына түгел, тотош республикала танылыу яулай. Үҙенә генә тәғәйен матур теләк, шиғыр йә наҙлы һүҙҙәр яҙылған зауыҡлы һәм файҙалы бүләктәр – бокал, алъяпҡыс, таҫтамал, мендәр тышы, календарь, янсыҡ, байрамдарға баннер, магнит, бүләк-портрет, клиенттар теләгән яҙыуҙар менән футболка, галстук, ҡайыш, өйгә һандар, урам атамалары яҙылған алтаҡта, флаг, шәжәрә ағасы, шеврон һәм башҡа
Башҡортса яҙыулы футболкалар, алъяпҡыстар, открыткаларҙы ҡайҙан алырға?
27 февраля 202527 фев 2025
2
3 мин