Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 4 февралдән 2 мартҡа тиклем Иммунитетты нығытыу һәм уға ярҙам итеү аҙнаһы үткәреүҙе иғлан итте. Был сараның маҡсаты – халыҡҡа сирҙәрҙе иҫкәртеүҙә иммунитетты нығытыуҙың һәм вакцина яһатыуҙың мөһимлеген аңлатыу. Организмдың иммун системаһы тәғәйенләнеше – организмды сир таратыусы вирустарҙан һәм микроорганизмдарҙан,микроб һәм паразиттарҙан ғына һаҡлау түгел, организмдың контролдән сыҡҡан күҙәнәктәренән дә аралау ул. Иммунитетҡа нимә кире тәьҫир итә? Дөрөҫ булмаған йәшәү рәүеше – алкоголь ҡулланыу, тәмәке тартыу, аҙ хәрәкәтләнеү. Стрестар – төшөнкөлөккә бирелеү, ҡуҙғыусанлыҡ, арыу, йоҡоһоҙлоҡ. Тирә-яҡ мөхиттең кире тәьҫире һәм насар туҡланыу. Беҙҙең нимә ашауыбыҙҙан иммунитеттың нисек булыуы тора. Аҡһымлы аҙыҡ антиесемдәр барлыҡҡа килтереү өсөн организмды тейешле аминокислоталар менән тәьмин итә. Майҙар иммун күҙәнәктәрен төҙөү өсөн кәрәк, ә углеводтар иммун системаһы эшмәкәрлеге өсөн энергия бирә. Организмдың һаҡлаусы функцияларын нығытырға һәләтле аҙыҡт