Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Балалар табибы булыу һөнәр генә түгел

Бында юғары технологиялы әмәлиәттәр башҡарыла Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә, мегаполис ситендә төрлө сәнәғәт предприятиелары менән күршеләш тиерлек урынлашҡан 17-се ҡала балалар дауаханаһы. Уны медицина учреждениелары араһында “аҡһаҡал”дар рәтенә индерергә лә мөмкиндер. Дауахана эшселәр районы өсөн генә түгел, бөтә республика балаларының һаулығын һаҡлауҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡала үҙәгенән алыҫ булыуына ҡарамаҫтан, ул үҙенең үҫеш йылдарында бына тигән эҙләнеүсән, ышаныслы, юғары профессиональ табиптарҙы туплай алған. Дауахананың тарихы бай. Балалар дауаханаһы статусына эйә булмаған ваҡытта ла бында бер нисә балалар клиник бүлексәһе эшләгән. Ул 1957 йылдың март айында Өфө синтетик спирт заводының медик-санитар часы булараҡ асыла. Аҡрынлап үҫешә-үҫешә, бүлексәләрен арттыра-арттыра балалар һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге эре медицина учреждениеларының береһенә әүерелә. Бөгөн уҡыусыларыбыҙҙы унда 1978 йылда асылған нефроурология бүлексәһе менән таныштырмаҡсыбыҙ. Сирҙәрҙең төп өлөшө – бәүел юлдарының тыум

Бында юғары технологиялы әмәлиәттәр башҡарыла Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә, мегаполис ситендә төрлө сәнәғәт предприятиелары менән күршеләш тиерлек урынлашҡан 17-се ҡала балалар дауаханаһы. Уны медицина учреждениелары араһында “аҡһаҡал”дар рәтенә индерергә лә мөмкиндер. Дауахана эшселәр районы өсөн генә түгел, бөтә республика балаларының һаулығын һаҡлауҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡала үҙәгенән алыҫ булыуына ҡарамаҫтан, ул үҙенең үҫеш йылдарында бына тигән эҙләнеүсән, ышаныслы, юғары профессиональ табиптарҙы туплай алған. Дауахананың тарихы бай. Балалар дауаханаһы статусына эйә булмаған ваҡытта ла бында бер нисә балалар клиник бүлексәһе эшләгән. Ул 1957 йылдың март айында Өфө синтетик спирт заводының медик-санитар часы булараҡ асыла. Аҡрынлап үҫешә-үҫешә, бүлексәләрен арттыра-арттыра балалар һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге эре медицина учреждениеларының береһенә әүерелә. Бөгөн уҡыусыларыбыҙҙы унда 1978 йылда асылған нефроурология бүлексәһе менән таныштырмаҡсыбыҙ. Сирҙәрҙең төп өлөшө – бәүел юлдарының тыумыштан килгән тайпылыштары, нефрология патологияһы һәм енес ағзалары патологияһы. Йылдар үткән һайын балалар урологияһында оператив әмәлдәрҙең төрлө алдынғы төрҙәре, дауалауҙың эндоскопия ысулдары индерелә. Хәҙерге ваҡытта бүлексә мөдире вазифаһын иңенә алған Айрат Рәшитулы Насиров әйтеүенсә, баш ҡала пациенттарынан тыш, яҡындағы Бөрө, Иглин, Благовещен райондары балаларын да дауаларға, экстрен ярҙам күрһәтергә тура килә. – Балалар уроандрология бүлексәһе 40 урынға иҫәпләнгән. Йыл һайын 1 400-гә яҡын бала беҙҙә планлы һәм ашығыс ярҙам ала, меңдән ашыу операция яһала. Бөйөрҙөң функциональ торошон асыҡлаған клиник-лаборатор тикшереүҙәрҙең бөтә төрҙәре, тикшереүҙең рентгенурология ысулдары үткәрелә. Эндоскопия ҡорамалдары ярҙамында диагностик тикшереүҙәр һәм бәүел юлдарының тыумыштан килгән тайпылыштарын төҙәтеү өсөн аҙ тишемле әмәлиәттәр яһала. Тыумыштан килгән тайпылыштар йыш осрай. Мәҫәлән, тыумыштан һәм яйлап барлыҡҡа килгән гидронефроз сире бәүел юлын тарайтыуға килтереүсе эске һәм тышҡы сәбәптәр эҙемтәһе булып тора. Лапароскопик пластика тип бәүел юлы бөйөр ҡыуышлығы менән берләшкән ерҙәге тарайған урынды бөтөрөүҙе атайҙар. Тарайыу арҡаһында бәүел ағымы боҙола, бер ҡайҙа ла китә алмай йыйыла. Бәүел юлының аҡрынлап тарая барыуы һөҙөмтәһендә обструкция һәм гидронефроз барлыҡҡа килә. Лапароскопик пластика ошо патологияны бөтөрөүгә йүнәлтелгән дә инде. Был сирҙе ваҡытында асыҡлау өсөн диспансерлаштырыу үтеү мөһим. Ғөмүмән, ата-әсәләрҙең балаларына иғтибарлы булыуынан күп нимә тора. Яңыраҡ ошондай диагноз ҡуйылған 13 йәшлек балаға операция яһаныҡ, ә уны сабыйҙың алты айлыҡ сағында эшләргә мөмкин ине. Йылына меңгә яҡын операция яһарға тура килә, – тип бүлексә эшмәкәрлеге менән таныштырҙы Айрат Рәшит улы. Бүлексәлә кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ. Көндөҙ эшләүсе биш табиптан тыш, дежурлыҡ итеүсе ике табып, 10 шәфҡәт туташы хеҙмәт итә. Шулай ҙа урта звено кадрҙарына ихтыяж бар. Тажикстандан квалификацияһын күтәрергә, коллегаларынан яңы эш алымдарына өйрәнергә килгән ординатор Мөхәммәт бүлексәлә оҫталыҡ дәрестәрен үтә. Ә уның яҡташы табип Тилловар Зарифовтың тырышлығын, дауалау нескәлектәрен йәһәт үҙләштереүен бергә эшләгән хеҙмәттәштәре лә билдәләне. – Бығаса бәүел юлындағы ҡаршылыҡтар асыҡ әмәлиәт ысулы менән алып ташланды. Лапароскопик пластика барлыҡҡа килеү менән операцияны аҙ йәрәхәттәр һәм өҙлөгөүҙәрһеҙ башҡарыу мөмкинлеге тыуҙы, хәҙер ул – хирургияла “алтын стандарт”, – ти табип Шамил Фәнил улы. – Беҙ иң ауыр хәлдәге ауырыуҙарҙы тәүлек әйләнәһенә ҡабул итергә әҙербеҙ. Ашығыс хирургия ярҙамы ла тәүлек әйләнәһенә күрһәтелә. Баланың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн бөтәһен дә эшләйбеҙ. Беҙҙең хирургтар арсеналында республикала тәү тапҡыр яһалған операциялар ҙа бар. Мәҫәлән, бөйөрҙәге шеште алып ташлау буйынса үткәрелгән урология операцияһы, ул өс тишем ярҙамында лапароскопия ысулы менән яһала. Бала иртәгәһенә үк аяғына баҫа, бер аҙнанан өйөнә ҡайта. Бүлексәлә 2023 йылдан башлап юғары технологиялы медицина ярҙамы – аҙ тишемле лапароскопия операциялары ағымға ҡуйылды. Гидронефрозға, малайҙарҙың енес ағзаларына реконструктив операциялар, ҡыуыҡ-бәүел көпшәһе рефлюксын эндоскопик дауалау уңышлы бара. 2024 йылда тағы бер уңышлы аҙым яһаныҡ: республикала тәүге тапҡыр бәүел ҡыуығы дивертикулы буйынса лапароскопик операция үткәрҙек. Беҙ үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнамайбыҙ, төрлө кимәлдәге конференцияларҙа, симпозиумдарҙа ҡатнашабыҙ, Ҡазан ҡалаһының танылған белгестәре менән даими бәйләнештәбеҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ. “Ни өсөн педиатрия факультетын һайланығыҙ?” тигән һорауға бүлексә табиптарының яуаптары берҙәй булды: “сабыйҙар эскерһеҙ, ихлас”, “позитив тойғолар ғына уята”, “балалар табибы профессия ғына түгел, ә миссия”... Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән кәңшмәләрҙең береһендә әсә һәм бала сәләмәтлеген һаҡлау сараларын тормошҡа ашырыу проблемаларын күтәрҙе. Уның әйтеүенсә, был мөһим мәсьәлә – республикалағы социаль сәйәсәттең төп бурыстарының береһе. Башҡортостанда 889 419 бала йәшәй, уларҙың һаулығын һаҡлау буйынса ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тейешбеҙ, сөнки сәләмәтлек бала саҡтан башлана. – Студент саҡтан уҡ беҙҙең киләсәктә балалар менән эшләйәсәгебеҙҙе иҫкә төшөрөп кенә торҙолар. “Һеҙ – педиатрҙар, балалар менән эшләүҙән тыш, ата-әсәләр менән уртаҡ тел табырға, аралаша белергә тейешһегеҙ, уларҙың дөрөҫ хәл-торошона, нисек үҙҙәрен тотоуына балаларҙың һауығыу процесы бәйле”, тинеләр. Өлкәндәр менән тығыҙ бәйләнеш булдырғанда баланың да, беҙҙең дә күңел тыныс. “Тынысланыу” һүҙе ярашып та бөтмәҫ, сөнки табип операция уңышлы тамамланғандан һуң да үҙен тыныс тота алмай, өҙлөгөүҙәр ихтималлығы, баланың шәхси үҙенсәлектәре, һауығыу барышы күңелде өйкәп, тынғыһыҙлап торасаҡ, нисә йылдар операция өҫтәле артында тороуыңа ҡарамаҫтан. Яуаплылыҡ бик көслө. Бүлексәлә үҙ эшен яҡшы белгән,дауахана намыҫын яҡларлыҡ, ғорурланырлыҡ белгестәр менән эшләүемә шатмын, – тине бүлексә мөдире Айрат Рәшит улы. – Улар профессионаллеге һәм йылы, кешеләрсә мөнәсәбәте менән пациенттарҙың ышанысын яҡлай Үрҙә телгә алынған заманса әмәлиәтте үткәреү өсөн организмды ентекле тикшерергә, анализдар алырға, компьютер томографияһы, ультратауыш тикшереүе үткәрергә тейештәр. Һәр аҙым яуаплы. Пластика хирургтың юғары квалификациялы булыуын талап итә, бөтә табиптар ҙа был операцияны яһай алмай. Бүлексәлә тап шундай ышаныслы белгестәр эшләй ҙә инде. Быуындар күсәгилешлеге, династиялар берҙәмлеге лә ярҙам итә торғандыр. Айрат Рәшит улының әсәһе Рәшиҙә Хәниф ҡыҙы ла заманында табип булып эшләгәндә улына медицинаға, кешеләрҙең һаулығын һаҡлауға һөйөү уята алғандыр, моғайын. Хеҙмәт ветеранының ҡыҙы Гүзәл Рәшит ҡыҙы ла бөгөн Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһында ауырыуҙарҙы дауалай. Шамил Шәриповтың ата-әсәһе лә балаларына медицина юлын һайлауҙа төп этәргес булған. Акушер-гинеколог булып эшләгән әсәһе Ләлә Зөфәр ҡыҙы Әбделмәнова педатрияны һайларға кәңәш итә. Шамил Фәнил улының өлкән ағаһы Искәндәр Фәнил улы Мораҡ район дауаханаһында терапевт булып эшләй. Ауыр, әммә донъялағы иң кешелекле, кәрәкле һөнәрҙе һайлап алған алтын ҡуллы хирургтарға, ихлас күңелле табиптарға уңыштар, өмөттәренең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. ФЕКЕР Людмила СЕМАВИНА, Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы: – Балалар дауаханаһында эшләгән һәр белгес үҙенең ябай дауаханала эшләмәүен, ә бала мөрәжәғәт иткән клиникала эшләүен аңларға тейеш, сөнки уға башҡа бер ерҙә лә ярҙам итә алмаясаҡтар. Шуға күрә беҙҙең өҫтә ҙур яуаплылыҡ ята һәм Хөкүмәт, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан ҙур иғтибар күрһәтелә. Айрат РӘХМӘТУЛЛИН, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры: – 2024 йылда республиканың медицина учреждениеларында махсус һәм юғары технологиялы медицина ярҙамын 3 728 бала алды, ә 1762 бала федераль үҙәктәргә ебәрелде. Республикала махсуслаштырылған һигеҙ балалар медицина үҙәге ойошторолдо. 2024 йылда асылған үҙенсәлекле “Салют” реабилитация комплексы сәләмәт мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн иҫәпләнгән. 2025 йылға медицина реабилитацияһына 1770 бала планлаштырылған. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.