Найти в Дзене

Хәбәреңде лә, үҙеңде лә көтәләр, “Килен”

Күгәрсен районының Тәүәкән ауылынан да бер нисә ир-егет махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Нисек йәшәй яугир ғаиләләре? Шуны белер өсөн был ғаиләләрҙең береһенә индек. – Иремдең МХО-ға юлланыуына бер йыл тулды, – ти Тәүәкән урта мәктәбендә ашнаҡсы булып эшләгән Гөлфиә Солтанова. – Уның фамилияһы икенсе, кейәүгә сыҡҡанда үҙ фамилиямда ҡалырға булдым. Татыу йәшәнек, ул донъя көтөүгә лә бик тырыш егет. Ғаиләлә биш бала үҫә! Хәйер, өлкәне Денис үҫеп сығып киткән дә инде, әле Санкт-Петербург ҡалаһында Росгвардияла хеҙмәт итә. Унан ҡала Искәндәргә – 14, Гөлфинәгә – 13, Гөлиәгә – 8 һәм Ғәлиәгә ике йәш. Гөлфиә әйтеүенсә, ғаилә етеш йәшәй, бер мохтажлыҡ та юҡ. Дәүләт ярҙамы ла уларға, башҡа яугирҙәр ғаиләһе кеүек, даими күрһәтелә. Хатта ире ебәреп торған аҡсаға хужабикә былтыр йәй йортҡа төкәтмә лә эшләткән, шулай итеп, бер нисә өҫтәмә бүлмә барлыҡҡа килгән. Хәҙер өлкәнерәк йәштәге балаларҙың үҙ йоҡо бүлмәһе бар. – Отпускыға ҡайтҡаны юҡ иремдең, көтәбеҙ. Тик бына, бер нисә аҙна була инде, хәбәре

Күгәрсен районының Тәүәкән ауылынан да бер нисә ир-егет махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Нисек йәшәй яугир ғаиләләре? Шуны белер өсөн был ғаиләләрҙең береһенә индек. – Иремдең МХО-ға юлланыуына бер йыл тулды, – ти Тәүәкән урта мәктәбендә ашнаҡсы булып эшләгән Гөлфиә Солтанова. – Уның фамилияһы икенсе, кейәүгә сыҡҡанда үҙ фамилиямда ҡалырға булдым. Татыу йәшәнек, ул донъя көтөүгә лә бик тырыш егет. Ғаиләлә биш бала үҫә! Хәйер, өлкәне Денис үҫеп сығып киткән дә инде, әле Санкт-Петербург ҡалаһында Росгвардияла хеҙмәт итә. Унан ҡала Искәндәргә – 14, Гөлфинәгә – 13, Гөлиәгә – 8 һәм Ғәлиәгә ике йәш. Гөлфиә әйтеүенсә, ғаилә етеш йәшәй, бер мохтажлыҡ та юҡ. Дәүләт ярҙамы ла уларға, башҡа яугирҙәр ғаиләһе кеүек, даими күрһәтелә. Хатта ире ебәреп торған аҡсаға хужабикә былтыр йәй йортҡа төкәтмә лә эшләткән, шулай итеп, бер нисә өҫтәмә бүлмә барлыҡҡа килгән. Хәҙер өлкәнерәк йәштәге балаларҙың үҙ йоҡо бүлмәһе бар. – Отпускыға ҡайтҡаны юҡ иремдең, көтәбеҙ. Тик бына, бер нисә аҙна була инде, хәбәре юҡ, – тип күҙҙәренә йәш ала яугир ҡатыны. – Ул бындағы предприятиела слесарь-ремонтсы булып эшләй ине. Миңә әйтмәй генә, хәрби комиссариатҡа ғариза биргән, махсус хәрби операцияға китергә ашҡынды бит. “Юҡ, барма, балаларҙы икәүләп ҡарарға-тәрбиәләргә кәрәк, аҡсаға ла ҡытлыҡ кисермәйбеҙ”, тип ҡараным инде. Беҙ күп балалы ғаилә булараҡ та төрлө өҫтөнлөктәр менән файҙаланабыҙ бит. Юҡ, барыбер хәрби хеҙмәткә килешеү төҙөнө, “Килен” тигән ҡушамат алды, сөнки үҙенең һәм балаларыбыҙҙың фамилияһына оҡшашыраҡ. Ул иренең былтырғы йыл аҙағында Рәсәй Оборона министрлығы наградлаған миҙалын да күрһәтеп алды. Шунан Гөлфиә, тиҙ генә тынысланып, беҙҙең менән килгән ауыл хакимиәте башлығына мөрөжәғәт итте: – Утын килтертәм, тип вәғәҙә иткәйнегеҙ, ҡасаныраҡ булыр? Булат Ғизелхаҡ улы яҡын көндәрҙә мотлаҡ килтерәбеҙ тип вәғәҙә бирҙе. Бергәләп сәй эскәс, ошо матур ғаиләгә именлек һәм бәхет теләп сығып киттек. Биш бала атаһы, бөтә ғәҙеллек ҡанундарына ярашлы, иҫән-һау һәм Еңеү менән әйләнеп ҡайтыр тип өмөт итәбеҙ.