Башҡортостан Башлығы Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән мөнәсәбәттәрҙең әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды, был илде төбәктең төп тышҡы иҡтисади партнерҙарының береһе тип атаны. – Әйтергә кәрәк, беҙ тауар әйләнеше күләмен арттырыға ғына түгел, ә хеҙмәттәшлектең тәрәнерәк формаларын үҫтерергә лә тырышабыҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙ Ҡытай партнерҙары менән бәйләнеште һаҡлайбыҙ һәм бергәләп эшләүҙең төрлө варианттарын тикшерергә әҙербеҙ. Үҙ сиратында, Хао Лянюань ханым Рәсәй-Ҡытай индустриаль паркының берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙағы ҡаҙаныштарын билдәләне һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттары менән иҡтисади бәйләнештәрҙе артабан киңәйтеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул шулай уҡ Ҡытай индустриаль паркында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән продукция менән павильондар төҙөү пландары тураһында һөйләне, был сауҙа һәм мәҙәни алмашыуҙар үҫешендә мөһим аҙым буласаҡ. – Башҡортостан менән хеҙмәттәшлегебеҙ тотороҡло алға китеш күрһәтә, һәм берлектәге тырышлыҡ менән иҡтисади хеҙмәттәшлек өсөн
Рәсәй-Ҡытай индустриаль паркының башҡарма етәксеһе Хао Лянюань менән осрашыу
10 марта 202510 мар 2025
2 мин