Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Һуңғы һулыш

Буласаҡ әсә телевизорҙа барған сериалға текәлгәйне генә, ишектә шәфҡәт туташының башы күренде: – Фәһимә Теләмова, һеҙҙе саҡырталар. Баланы ярып алырға булдылар шикелле. Йөклө ҡатын, карауатынан йылдам ғына ҡалҡынып, тәпешкәләренә баҡты, халатын эләктерҙе. Үҙ аяҡтары менән барҙы табип эргәһенә. – Яҡташым, һыу киткән, ә тулғаҡ юҡ. Янбаш һөйәгең дә тар, тәүге бала бит, сабыйҙың, етмәһә, башы ҙур, ҡорһағыңды ярып алырға тура килер. Операцияға әҙерләнегеҙ. Хәйерлегә булһын. Һеҙҙе лә, бәпесте лә күрәләтә үлтерер хәлем юҡ, әйҙә, йылдамыраҡ ҡыбырлағыҙ, – Фәһимәнең ҡурҡыуҙан ағарынып киткән йөҙөн, шарҙай асылған күк йөҙөндәй зәңгәр күҙҙәрен күреп, табип, Ольга Исааковна Пеннер, уны йыуатырға ашыҡты. Фәһимәгә “яҡташым” тип өндәшеп, үҙенә ышанысын арттырырға теләнеме? Уның Гусевка ауылынан икәнен белә ине шул. Табип яғымлы ғына итеп өҫтәне: – Ҡурҡмағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр, һеҙ бит ышаныслы ҡулдарҙа. Фәһимә ҡапыл ҡалтыранып китһә лә, ҡыуанып әҙерләнде был операцияға. Бына, ниһайәт, билдәһеҙлеккә

Буласаҡ әсә телевизорҙа барған сериалға текәлгәйне генә, ишектә шәфҡәт туташының башы күренде: – Фәһимә Теләмова, һеҙҙе саҡырталар. Баланы ярып алырға булдылар шикелле. Йөклө ҡатын, карауатынан йылдам ғына ҡалҡынып, тәпешкәләренә баҡты, халатын эләктерҙе. Үҙ аяҡтары менән барҙы табип эргәһенә. – Яҡташым, һыу киткән, ә тулғаҡ юҡ. Янбаш һөйәгең дә тар, тәүге бала бит, сабыйҙың, етмәһә, башы ҙур, ҡорһағыңды ярып алырға тура килер. Операцияға әҙерләнегеҙ. Хәйерлегә булһын. Һеҙҙе лә, бәпесте лә күрәләтә үлтерер хәлем юҡ, әйҙә, йылдамыраҡ ҡыбырлағыҙ, – Фәһимәнең ҡурҡыуҙан ағарынып киткән йөҙөн, шарҙай асылған күк йөҙөндәй зәңгәр күҙҙәрен күреп, табип, Ольга Исааковна Пеннер, уны йыуатырға ашыҡты. Фәһимәгә “яҡташым” тип өндәшеп, үҙенә ышанысын арттырырға теләнеме? Уның Гусевка ауылынан икәнен белә ине шул. Табип яғымлы ғына итеп өҫтәне: – Ҡурҡмағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр, һеҙ бит ышаныслы ҡулдарҙа. Фәһимә ҡапыл ҡалтыранып китһә лә, ҡыуанып әҙерләнде был операцияға. Бына, ниһайәт, билдәһеҙлеккә сик һалыныр. Аҡырып-баҡырып бала тапмайым әле. Ҡалай һәйбәт, ҡырҡып ҡына алырҙар. Ул көткән сабыйын, ниһайәт, күреү бәхетенә ирешер! Тәүгеләре бит ул. Иренең шат йөҙө күҙ алдына килде, ҡәйнәһенең “Аллаһҡа шөкөр” тип ҡәнәғәт шыбырлағаны ҡолағына ишетелгәндәй булды. Күңеле күтәрелеп, әйҙәгеҙ һуң, тип һикереп торҙо бит бая ятҡан урынынан Фәһимә. Бына ул операция өҫтәлендә. Беләгенә укол ҡаҙайҙар. Ул иҫен юя. Наркоз тәьҫирендә үҙенең һаташыуын аңлай, шулай ҙа тауыштар ап-асыҡ ишетелә: "Беҙ уны юғалтабыҙ!" Ҡырыҡ тауыш уны айнытып ебәргәндәй була. Тағы һаташа: батҡаҡ эсендә, имеш. Үлеләр рәтенә баҫҡан, күптән мәрхүм йөҙҙәр күҙенә салына, күп ҡулдар үҙенә табан әрһеҙ, талапсан рәүештә һуҙыла. Фәһимә уларға йәбешеп сығырға ынтыла. Йәнә иҫен юя. – Улығыҙ бар! Шулай итеп, 1997 йылдың 20 ғинуарында Александр-Саша донъяға килде! Алдан уҡ исемен шулай ҡушабыҙ тип килешкәйнеләр ире менән. Иртәнсәк уянһа, палатаға күсергәндәр. Хәтере ҡапыл юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы шул мәлдә. Иртәнсәк уянғас, мендәргә сәстәре ҡойолоп йәбешеп ҡалғанын күреп, услап йыйып алды. Кешеләрҙе таный, тик улар менән үҙен нимә бәйләй – онотолған. * * * Үҙе лә мәрйәләр кеүек аҡ йөҙлө, һары сәсле, ҙур зәңгәр күҙле Фәһимәгә Сергей бер күреүҙән ғашиҡ булды. Әгәр ҙә ул иплелеге менән башҡа ауыл егеттәренән айырыла икән, ниңә уның һөйөүен ҡабул итмәҫкә? Башта Сергейҙың ныҡыш ихтирам күрһәтеүенә илтифатһыҙ ғына яуап бирһә, аҙаҡ уны һағына, юҡһына башланы Фәһимә. Урыҫ егетенә кейәүгә сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды шулай. Милләт айырмаһы, төрлө диндәргә ҡарауҙары ла мөхәббәткә кәртә була алманы. Береһе икенсеһенекен ихлас һәм аңлап ҡабул итте, белмәгәнен өйрәнде, мәғәнәһенә төшөндө. Улдары тыуғас та Фәһимәнең әсәһе ейәненә мосолманса исем ҡысҡыртырға теләне. – Исемһеҙ ен алыштыра ла баһа баланы! Кем тип ҡушабыҙ? -Беҙ кейәүең менән Саша-Александр тип уйлағайныҡ... – Александр беҙҙеңсә Искәндәр була инде. Ҡуйсы, анау эскесе Искәндәр кеүек булмаһын, Аллам һаҡлаһын. Сәғәҙәт булһын атыу. Сәғәҙәт – бәхет. – Ярай һуң. Бәхетле генә булһын балаҡайым... Исеменә күрә – есеме. Ниңә оҙон ғүмер, тәүфиҡ теләмәне икән? Теләгәндер, был донъяға килгән һәр кемдең үҙенең үтер юлы, һынауҙары була. Саша-Сәғәҙәттең дә ғәмәл дәфтәрҙәре алдан яҙылып ҡуйылғандыр. * * * – Кем һин? Мосолманмы? Христиан динендәме? – Мин – башҡорт. – Нисек инде һин башҡорт? Паспорттағы исем-шәриф урыҫтыҡы. – Атайым – рус, әсәйем – башҡорт. Тыуғас та башҡортса исемләгәндәр. Телем – башҡорт. Иҫләйем, 11 йәшемдә мине суҡындырҙылар. Атайымдың яғы әсәйемдең ҡолаҡ итен ашай торғас, беҙҙе, ҡустым менән икебеҙҙе, Мордвалағы туғандарыбыҙға ҡунаҡҡа алып киттеләр. Беләһең бит инде, минең әсәйем йомшаҡ күңелле, атайға күндәмлек күрһәтә, гел ыңғайына һыпырырға ғәҙәтләнгән. Был юлы ла “ике малайҙы ла сиркәүгә индереп суҡындырып алып ҡайтабыҙ” тигәс, һүҙһеҙ генә буйһондо. “Атаһы рус булғас, балаларым да рус милләтенән була, динен дә уныҡын ала инде”, – тип уйлағандыр. Шулай итеп, 11 йәшемдән күкрәгемдә тәре йөрөтә башланым, сиркәү күрһәм, суҡындым. Ниндәй Аллаһҡа табынһам да ярамаймы ни? Ул бер бит. Уға килеү юлдары ғына төрлөсә. Күкрәгендә шуға ике бетеү: береһе – христиан тәреһе, икенсеһе мосолман доғаһы яҙылған ярым ай йөрөнө. * * * Бер заман шиғырҙар яҙа ине бит Фәһимә. Ошо һәләте лә хәтере менән ҡапыл юҡҡа сыҡты. Әле бына, утыҙ йылға яҡын ваҡыт үткәс, ипләп кенә күңеленә шиғри юлдар килә. Тулғаҡ тотҡандай, төндәрен һикереп тора. Һәрмәнеп ҡәләмен эләктерә лә сыймаҡлай башлай: Ә һин яҙҙың, ышан, әсәй, Еңеү менән ҡайтырмын. Ышанығыҙ миңә, тинең, Мин күтәрелермен... Атайым ғорурланып, Ҡулымдан ҡыҡыр, тинең... 26 декабрҙән бирле Сашаның хеҙмәттәштәре теңкәһенә тейеп бөттө бит. Бер генә һүҙ менән яуап бирҙеләр: “Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ”. Аҙаҡ, беленеүенсә, улының үле кәүҙәһе эргәһенән үтеп-һүтеп йөрөгәндәр, ниңә аңлатып яҙмаҡҡа? Ул хеҙмәт иткән часҡа шылтыратҡас, “ул “Соч”, – тигәнде ишетте лә тағы ла һүнеп ҡалды, йөҙөнә ҡара һөрөм ятты. “Соч” – самовольно оставил часть, тимәк, үҙ белдеге менән ҡайҙалыр башы һуҡҡан яҡҡа сығып киткән. Киткән, тимәк, дезертир? Баҡһаң, кәүҙәһе табылып, танығандарынса барыһына ла “Соч” статусын ҡуялар икән. Кемдәр декабрь аҙағынан ғинуар урталарына тиклем юҡ – улар бөтәһе лә “Соч”, имеш. Бер ир юғалғандан бирле командование шундай ҡарарға килгән: яугир хәрби заданиеға сығып билдәләнгән ваҡыттан оҙаҡлап ҡайтмаһа, тимәк, ул “Соч”. Үлгәнен белгәс тә хеҙмәттәштәре командирҙарына: “Шабаның ата-әсәһенә хәбәр итергә кәрәк”, – тип ҡарай. “Борсолмағыҙ, үҙебеҙ”, – тип ышандыралар. Рөхсәт булмағас, хеҙмәттәштәре бер генә һүҙ менән “ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ” тип сикләнгән икән. Бәлки, терелер ҙә, тигән өмөт остоғо әсәнең күңелен йылыта шул мәлдә. Үле кәүҙәһен күрмәйенсә, ышанырға хаҡым юҡ, ти ул. Шул ваҡыт, ошо уйҙарын ҡеүәтләгәндәй, хәбәр килеп төшә. “Мин рота командирымын. Улығыҙ иҫән! Егеттәр ҡамауҙа ҡалған. Иҙән аҫтындағы соҡорҙа ултыралар. Уларға дарыуҙар, ризыҡ, башҡа әйберҙәр кәрәк. Улығыҙ һеҙгә сәләм әйтте. Әсәйем бронежилетҡа аҡса ебәрер, тине. Иң осһоҙон һайланым инде. Үҙем илтеп тапшырырмын! Йәһәтерәк ҡотҡарырға кәрәк улығыҙҙы!” Был хәбәр килеү менән Фәһимә туғандарына оран һалды: “Сашаға бронежилетҡа аҡса кәрәк! Ҡотҡарығыҙ!” “Йыяйыҡ!” – тиеште туғандар. Үҙенең бар йыйындыһын ҡушып, һораған 50 меңгә тултырып, Сбербанкта “Мурад Расул-Гаджиевич” тип сыҡҡан кешенең иҫәбенә аҡсаһын күсереп тә ҡуйҙы улына ярҙам итәм тигәнгә. Уйларға ла ваҡыт бирмәй, өтөп алып барҙы шул. Алданғанын “Бер-ике көндән улығыҙ үҙе шылтыратыр, көтөгөҙ” тигән кеше бөтөнләй бәйләнешкә сыҡмай башлағас ҡына аңланы. Улының декабрҙең 16-һы уҡ һәләк булғанын ҡайҙан белһен инде? 27 йәшендә генә. 28-е тулырға бер генә ай ҡалғас. Әле генә аңлай: уғры, алама һүҙҙәр менән командирҙарҙы һүгеп, егеттәрҙе ниндәй ҡыйын хәлгә ҡуйыуҙары, уларҙы ут эсенә ташлауҙары хаҡында һөйләп, ғәйепләп, Фәһимәне үҙенең тоҙағына эләктергән, уны, кем әйтһә лә, башҡаның һүҙенә ышанмаҫҡа инандырған. “Улы үлгән” тигәндән “ул иҫән, уға ярҙам ғына кәрәк” тигәнгә ышаныуҙы һайлау ҡулай тойолғандыр ул ваҡытта. Улы менән бергә булып, яраланып госпиталгә ингән хеҙмәттәше әсәнең һорауҙарына яҙҙы бит: “Беҙҙә “Каспий”, “Черный”, “Старый” ҡушаматлы командирҙар юҡ. Беҙҙә – “Яҡут”, “Каша”, “Мак”, “Молодой”. Ә һеҙҙең менән бәйләнешкә ингән кешеләр дөрөҫ мәғлүмәт бирмәгән. Әгәр яралы икән, Сашаға “бронник” нимәгә? Етмәһә, ул үҙе “коптерщик”, уның запаста ла “бронник”та ры етерлек. Ул һеҙгә үҙе шылтыратып һоранымы? Саша үҙе лә аҡсаһыҙ түгел ине, түләүҙәр күсте”. “Үҙе сыҡтымы?” тигәнгә лә яуабы бар Фәһимәнең, мутлашыусылар улының тауышы менән уның ярҙам һораған хәбәрҙәрен дә ебәрҙе бит. Бер генә түгел, бер нисә уғры, уны ҡамап алып, шуға ышандырҙы. Ышанмау түгел, ышанырһың да. Бер ай тулып уҙғас, 24 ғинуарҙа уның менән бергә булған егеттәрҙән хәбәр килде. Видео бәйләнеш аша ла һөйләштеләр. Фәһимә мошенниктарға аҡса күсереп өлгөргәнен әйткәс, тегеләр үҙҙәрен әсә кеше алдында ғәйепле тойҙо, баштары түбән эйелде. Верхнеуральскиҙанмын тигән егет айырыуса алсаҡлыҡ күрһәтте: – Шабаның үле кәүҙәһе юл ситендә ята ине. Янына туҡталып, бәхиллек һорап, доғалар уҡып, эргәһендә тәмәке көйрәттем. 27 декабрҙә унан үткәндә, урынында юҡ ине инде. Күрәһең, эвакуатор менән алып киткән булғанд (Дауамы бар). БАШҠОРТОСТАН 2025 йыл, 7 март, 17 № 18 (28220) BASHGAZET.RU