Бер осор мине һалҡын алдырыу, киҙеү кеүек сирҙәрҙең эҙемтәһе булып гайморит ыҙалата башланы. Саҡ ҡына өшөп йәки берәй вирус эләктереп ауырыһам, шунда уҡ ошо яман сир ҡушыла. Танау тона, баш ауырта, күҙ атылып сығып килгәндәй тойола, эйелһәң, баш ярылып китерҙәй... Әлбиттә, табиптар яҙған дарыуҙарҙы ҡулланам, сирҙе еңәм, әммә ул ураған һайын ҡабатланып йонсота. Профилактика саралары тураһында уйлана башланым. Бер мәл мәсеткә барғанымда бер хәҙрәт танауым тоноп ыҙалауымды күреп, бер рецепт бирҙе. Ниндәйҙер дини баҫмала донъя күргән кескәй генә яҙманың күсермәһе ине ул. Рецепт (кәңәш тиһәк тә булалыр) бик ябай булып сыҡты: танауҙы даими рәүештә тоҙло һыу менән сайҡатырға. Бының өсөн йыуыныу бүлмәһенә бер йәки бер ярым литрлыҡ пластик шешәгә һыу ҡойоп, 1-1,5 аш ҡалағы самаһы тоҙ һалып, яҡшылап болғап, ултыртып ҡуйығыҙ. Ошо һыуҙы усығыҙға алып, танауығыҙҙың тәүҙә бер яғы, шунан һуң икенсе яғы менән эскә табан һурығыҙ һәм сайҡатып сығарығыҙ. Быны бер нисә тапҡыр ҡабатлағыҙ. Ә процедураны кө
Мин гаймориттан еңел һәм арзан ысул ярҙамында ҡотолдом
10 марта 202510 мар 2025
1 мин