Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһе барышында республикала һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһы тикшерелде. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин 2024 йылда Кушнаренко ауылында поликлиниканы файҙаланыуға тапшырыуҙары, туғыҙ медицина учреждениеһында капиталь ремонт эшләүҙәре, дүрт меңдән ашыу берәмек медицина ҡорамалы һәм автомобиль һатып алыуҙары, шулай уҡ 135 модулле конструкция - 111 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 19 табип амбулаторияһы, дүрт дөйөм практика табибы офисы һәм участка дауаханаһы ҡуйылыуы хаҡында хәбәр итте. Шуны билдәләп үтәйек: 2025 йылда беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһын яңыртыу программаһы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” яңы милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Благовещенда, Учалыла, Яңауылда, Асҡында, Баҡалыла һәм Асҡарҙа алты поликлиниканы файҙаланыуға тапшырыу, туғыҙ объектты капиталь ремонтлау, 121 фельдшер-акушерлыҡ пункты, туғыҙ табип амбулаторияһы, дүрт дөйөм практика табибы офисы ҡуйыу, 4 683 берәмек медицина ҡорамалы һәм