Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Әйтһә, әйтә инде Илһөйә...

Популяр йырсы үҙенең сығыштарында һәм социаль селтәрҙәге битләүҙәрендә әленән-әле тәнҡитле һүҙҙәрен "семетеп" әйтеп ала. Тап ошо яғы менән күптәргә оҡшай ҙа инде йырсы Илһөйә Бәҙретдинова. Изге Рамаҙан айында түбәндәге яҙмаһы күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр, төрлө фекерҙәр уятыр, уны һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ һәм фекер алышырға саҡырабыҙ. “Минең был посты “нимәгә кәрәкмәгәнде тырнай инде” тип ҡабул итмәгеҙ. Ысынлап та, ҡайһы бер нимәләрҙе аңламағанға яҙам. Бик сетерекле темаға ҡағылам... алдан уҡ әйтәм, бер кемде лә үпкәләтергә теләмәйем! Бер нисә ерҙә ҡорбан ашында булдым быйыл. Төрлө урында - төрлөсә йола... Бер ҡатын өҫтәлгә ҡуйылған ҡыяр менән помидорға бәйләнде. Имеш, был “закуска” дини байрам табынына ҡуйылырға тейеш түгел. Икенсеһе “мосолмандарға балыҡ ашарға ярамай”, ти... Cөнки ул салынмаған. Өсөнсөһө әйтеүенсә, өҫтәлдә бөтөн ризыҡ хәләл кибеттән алынған булырға тейеш. Ғөмүмән, аңлатығыҙ әле мин йүләргә, хәләл кибеттән алынған йомортҡа менән баҙарҙан алынғаны араһында ниндәй айырм

Популяр йырсы үҙенең сығыштарында һәм социаль селтәрҙәге битләүҙәрендә әленән-әле тәнҡитле һүҙҙәрен "семетеп" әйтеп ала. Тап ошо яғы менән күптәргә оҡшай ҙа инде йырсы Илһөйә Бәҙретдинова. Изге Рамаҙан айында түбәндәге яҙмаһы күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр, төрлө фекерҙәр уятыр, уны һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ һәм фекер алышырға саҡырабыҙ. “Минең был посты “нимәгә кәрәкмәгәнде тырнай инде” тип ҡабул итмәгеҙ. Ысынлап та, ҡайһы бер нимәләрҙе аңламағанға яҙам. Бик сетерекле темаға ҡағылам... алдан уҡ әйтәм, бер кемде лә үпкәләтергә теләмәйем! Бер нисә ерҙә ҡорбан ашында булдым быйыл. Төрлө урында - төрлөсә йола... Бер ҡатын өҫтәлгә ҡуйылған ҡыяр менән помидорға бәйләнде. Имеш, был “закуска” дини байрам табынына ҡуйылырға тейеш түгел. Икенсеһе “мосолмандарға балыҡ ашарға ярамай”, ти... Cөнки ул салынмаған. Өсөнсөһө әйтеүенсә, өҫтәлдә бөтөн ризыҡ хәләл кибеттән алынған булырға тейеш. Ғөмүмән, аңлатығыҙ әле мин йүләргә, хәләл кибеттән алынған йомортҡа менән баҙарҙан алынғаны араһында ниндәй айырма бар? Бына шулай уйлап ултырам: беҙҙең тауыҡтар хәләл күкәй һаламы икән? Сөнки әтәсте керәшен Гена бабайҙан һатып алғайныҡ. Ә ниндәй була ул хәләл туңдырма? Тағы шуныһын аңламайым: хәҙер хәләл ҡаш яһау модаға инде. Йөндө йолҡорға ярамай. Был тәндәге бөтә йөнгә лә ҡағыламы? Тырнаҡты ла буярға ярамай, ә битте ярай... Аңламайым бит... Биттәге йыйырсыҡтарҙы укол ярҙамында тигеҙләргә ярамай, сөнки был “Аллаһтың биргәненә ҡаршы килеү” тип һанала икән. Миңә шулай аңлаттылар. Ә ниңә теште яматырға ярай? Әйҙә, серей бирһен шунда...”, - тип яҙа ул. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Илһөйәнең фекерҙәре менән килешәһегеҙме? Фото: шәхси архивынан