Башҡортостан Республикаһы 2025 йылға тиклем “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ингән “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Алты йылда төбәктә 8,2 миллиард һумға 806 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Был хаҡта республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр. 2024 йылда 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән, уларҙың дөйөм суммаһы 1,236 миллиард һум тәшкил итә. Төҙөкләндереү эштәре барлыҡ 63 муниципаль берәмектә башҡарылды. Ҡалаларҙа - 73, ауылдарҙа 50 биләмә төҙөкләндерелгән. 2024 йылда федераль проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһы төҙөкләндерелгән йәмәғәт биләмәләре һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында дүртенсе урынды биләй. Быйылдан башлап йәмәғәт киңлектәрен яңыртыу “Йәшәү өсөн инфраструктура” (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) яңы милли проекты сиктәрендә дауам иттереләсәк. Йәмғеһе 1,2 миллиард һумға 94