Яҙғы ташҡын яҡынлаша. Етмәһә синоптиктар был аҙнала ямғыр вәғәҙәләй. Һауа температураһы +7-гә тиклем күтәреләсәк. Тимәк, ҡар тиҙ генә иреп, бәлә тыуыуы бар. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һыу баҫыу хәүефе аҫтында булған 27 муниципаль берәмектең 67 хәүефле участкаһы контролдә тотола. Боҙҙо шартлатыу эштәре уның ҡалын булған участкаларында, шулай уҡ йылғалар тарайған йәки ҡапыл үҙәнен үҙгәрткән урындарҙа алып барыла. Бынан тыш, таяуҙарға баҫымды кәметеү өсөн боҙҙо күперҙәр тирәһендә ваҡлайҙар. Ташҡын осорон аварияһыҙ үткәреү һәм боҙ ҡатламын йомшартыу маҡсатында республиканың һыу объекттарында әҙерлек саралары комплексы үткәрелә, шул иҫәптән шартлатҡыс командалар йәлеп ителә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының пилотһыҙ авиация белгестәре республика йылғаларында боҙҙағы хәлде контролдә тотоу өсөн аҙна һайын һауа аша күҙәтеүҙәр алып бара. Нуриман районының Сандар, Ҡыҙылъяр, Салдыбаштамаҡ, Бикмырҙа тораҡ пункттары янында һәм Иглин районындағы Иҫке Ҡарашиҙе ауылы янында Ҡариҙел йылғаһы тикшерелгән дә инде. Күҙәтеү осошо барышында ҡайһы бер тораҡ пункттарҙа йылға хәрәкәтһеҙ ҡала, ә урыны менән һыу асыла ла башлаған. Әлегә тораҡ пункттарға хәүеф янауы күҙәтелмәй. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы кәңәш итә: документтар, ҡиммәтле әйберҙәр, йылы әйберҙәр, аҙыҡ-түлек һәм һыу һаҡламы, шулай уҡ дарыуҙар әҙерләргә; янығыҙҙа бейек итек һәм кәмә (булған осраҡта) тотоғоҙ; йорт хайуандарын эвакуациялау сараһын хәстәрләп ҡуйығыҙ; өй эргәһендә һыу ағыҙыу торбаларын таҙартығыҙ, һыу ағыҙыу өсөн траншея яһағыҙ; яныусаншыйыҡсалы бөтә һауыттарҙы (бензин, кәрәсин һәм башҡалар) ныҡ итеп ябып ҡуйырға, йығылмаҫлыҡ итеп тығытырға. Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуғанда “112” телефонына шылтыратығыҙ. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.