24 февралдә Башҡортостанда “Башҡортостан геройҙары” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн кадрҙар проекты башланды. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. “Бөгөн беҙҙең проект – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар өсөн кадрҙар программаһы старт ала. Иҫегеҙгә төшөрәм, беҙ уны Президентыбыҙ ҡушыуы буйынса – "Геройҙар ваҡыты" федераль проектының дауамы булараҡ тормошҡа ашырабыҙ. Әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта булған йәки өйөнә ҡайтҡан кешеләрҙе саҡырам – тырышығыҙ! Һеҙҙең иң яҡшы сифаттарығыҙ, оҫталығығыҙ Башҡортостанға һәм илгә бик кәрәк. Барыһына ла уңыштар!” - тип яҙҙы ул социаль селтәрҙә. Программаның маҡсаты – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәрҙәренән яңы быуын идарасылар әҙерләү. Проектта ҡатнашыуға МХО-ла ҡатнашҡан йәки әлеге ваҡытта унда булған һәм урта һөнәри йәки юғары белемгә эйә булған һәр кем ғариза бирә ала. Унда ҡатнашыу ауыр түгел. Бының өсөн героибашкортостана.рф сайтында теркәлергә, анкета тултырырға, эссе яҙырға, онлайн-тест һәм әңгәмәләшеү үтергә кәрәк. Бынан һуң квалификацияны күтәреү курстары асыласаҡ. Иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәр ҡайтанан һөнәри әҙерлек программалары буйынса уҡып сыға һәм эш хаҡында тәҡдимдәр ала аласаҡ. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Данияр Абдрахманов фекере буйынса программа бик мөһим һәм кәрәкле. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн файҙалы ҡоралға әйләнәсәк. – “Башҡортостан геройҙары” программаһы, һис шикһеҙ, бик мөһим һәм кәрәкле проект. Беҙҙең хәрби хеҙмәткәрҙәр былай ҙа геройҙар һәм, президентыбыҙ Владимир Путин билдәләүенсә, йәмғиәттең элитаһы. Республикабыҙ ғәҙел, яуаплы, дөрөҫ ҡарар ҡабул итерлек кешеләргә ихтыяж кисерә. Икенсенән, алдыбыҙҙа кисәге яугирҙәрҙе йәмғиәткә интеграциялау буйынса бурыс та тора. Шул рәүешле бер юлы ике мәсьәлә хәл ителә. Уларҙың ҡайһы берҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡанға тиклем дә идара итеү функцияларын үтәгән, ә фронтта улар үҙ тәжрибәһен байытҡан. Яугирҙәр тиҙ арала кәрәкле, дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белә. Махсус операция ветерандары тыныс тормошта һөҙөмтәле эшләһен өсөн уларға байтаҡ, шул иҫәптән идара итеү компетенцияларын үҙләштерергә кәрәк. “Башҡортостан геройҙары” республика программаһы уларға дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттең бөтә кимәлдәрендә эшләй алған белемле идарасылар булараҡ формалашырға мөмкинлек бирә, – тине Данияр Абдрахманов. Уҡыу йорто ректоры булараҡ, Данияр Мәүлийәр улы уларҙа әленән хәрби хеҙмәт үткән студенттар бар тине. – Беҙҙең академияла белем алған тиҫтәләгән студент әлеге ваҡытта махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәй, шул уҡ ваҡытта уҡыуҙарын да дауам итәләр. Бынан тыш, МХО биләмәһенән ҡайтып, уҡырға ингән студенттарыбыҙ ҙа бар. Улар уңышлы белем ала, шулай уҡ беҙҙең студенттар менән осраша, төрлө патриотик сараларҙа ҡатнаша, – тине ул. “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина ла был проекттың мөһимлеген билдәләй. – Фондтың беҙҙәге филиалында “Геройҙар ваҡыты” президент кадрҙар программаһы буйынса ҡатнашыусылар тест үтә. Бөгөнгө көнгә махсус операцияла ҡатнашыусы йөҙҙән ашыу кеше ошо мөмкинлектән файҙаланған. Шуға күрә был эш беҙгә таныш һәм аңлайышлы. Беҙ “Башҡортостан геройҙары” төбәк кадрҙар программаһын тормошҡа ашырыуға ҡушылырға әҙер. Башҡортостан Республикаһының Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы менән берлектә был программаны әҙерләүҙә ҡатнаштыҡ. Ил Президенты “Берҙәм Рәсәй” партияһы съезында шундай бурыс йөкмәтте. Бөгөн, берлектәге эш һөҙөмтәһе булараҡ, “Башҡортостан геройҙары” программаһы старт ала. Уҡытыу һәм артабан эшкә урынлашыу – ул яугирҙәрҙе социалләштереүҙә мөһим аҙым. Бурысыбыҙ – ил мәнфәғәттәрен яҡлаусыларҙың лайыҡлы киләсәген тәьмин итеү. Программа республикала хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең тыныс тормошҡа яйлап күсеүен тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Ул ветерандарҙы профессиональ яҡтан ҡайтанан әҙерләүҙе генә түгел, уларға артабан эшкә урынлаштырыуҙы ла тәҡдим итә. “Башҡортостан геройҙары” -– программа ғына түгел, ул республика киләсәгенә, уның көслө һәм тоғро граждандарына инвестициялар. Махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам итеү – беҙҙең бурысыбыҙ, һәм улар үҙҙәрен йәнә йәмғиәттең кәрәкле һәм ҡиммәтле ағзалары итеп тойһон өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тине Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы. Үҙе “Геройҙар ваҡыты” президент кадр программаһы буйынса уҡыған яҡташыбыҙ, Башҡортостан Башлығының МХО мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Оскар Ситдиҡов был программа ветерандарға бик кәрәк буласаҡ тигән фекерҙә. – Оҙаҡламай һуғыш тамамланыр, Еңеүебеҙ тауҙар артында түгел. Тиҙҙән, үҙҙәрен йылы ҡабул итерҙәр тип ышанып, яугирҙәр өйҙәренә ҡайта башлай. Алда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы тыныс тормошҡа йәлеп итеү, уларҙы эшкә урынлаштырыу буйынса бик күп мәсьәләләр көтә. “Башҡортостан геройҙары” программаһы был эшкә ҙур өлөш индерәсәк. Был белем биреү программаһы буласаҡ, республиканың беренсе кешеләре спикерҙар сифатында үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ, ә тар белгестәр идара итеү алымдары һәм технологиялары тураһында һөйләйәсәк. Теләүселәр бик күп булыр һәм һайлап алыу яҡшы булыр тип ышанам. Уҡып сыҡҡан һәм квалификация алған кешеләр Тыуған иленә хеҙмәт итеүен дауам итәсәк, әммә хәҙер инде тыныс тормошта, – тине Башҡортостан Республикаһы Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов. Фото: "Башинформ".
24 февралдә Башҡортостанда “Башҡортостан геройҙары” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн кадрҙар проекты башланды. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. “Бөгөн беҙҙең проект – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар өсөн кадрҙар программаһы старт ала. Иҫегеҙгә төшөрәм, беҙ уны Президентыбыҙ ҡушыуы буйынса – "Геройҙар ваҡыты" федераль проектының дауамы булараҡ тормошҡа ашырабыҙ. Әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта булған йәки өйөнә ҡайтҡан кешеләрҙе саҡырам – тырышығыҙ! Һеҙҙең иң яҡшы сифаттарығыҙ, оҫталығығыҙ Башҡортостанға һәм илгә бик кәрәк. Барыһына ла уңыштар!” - тип яҙҙы ул социаль селтәрҙә. Программаның маҡсаты – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәрҙәренән яңы быуын идарасылар әҙерләү. Проектта ҡатнашыуға МХО-ла ҡатнашҡан йәки әлеге ваҡытта унда булған һәм урта һөнәри йәки юғары белемгә эйә булған һәр кем ғариза бирә ала. Унда ҡатнашыу ауыр түгел. Бының өсөн героибашкортостана.рф сайтында теркәлергә, анкета тултырырға, эссе яҙырға, онлайн-т