Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бүреләр ҡала буйлап йөрөй

Быйыл бүреләр менән бәйле хәлдәр Белорер районында йыш осрай. Бынан алда райондың Инйәр ауылында йыртҡыстарҙың, шәхси ихатаға инеп, һигеҙ кәзәне боҙаҙлап сығыуы тураһында яҙғайныҡ инде. Сираттағы хәл Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан Межгорьела булған. Был юлы ҡала ситендә саңғы трассаһында саңғыла йөрөгән ир бүре менән күҙмә-күҙ осраша. Ул юғарылп ҡалмай – йыртҡысты көслө тауыш сығарып ҡурҡыта. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, бер ай эсендә Межгорьела бүреләр 15-тән ашыу этте ашаған, ҡала буйлап та йөрөйҙәр. Йорт хайуандарына һөжүм итеү осраҡтары Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендәге барлыҡ тораҡ пункттарҙа ла күҙәтелә. Урындағы властар хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә урамдарҙы патруллек итеүҙе ойошторған, шулай уҡ бүреләр һанын көйләү буйынса саралар күрелә. Һунарсылар, йыртҡыс менән осрашҡанда юғалып ҡалмаҫҡа, ҡурҡыуыңды күрһәтмәҫкә, ҡасмаҫҡа, хайуандың күҙенә ҡарамаҫҡа, арҡа менән барырға, ныҡ итеп ҡысҡырырға һәм һәр ваҡыт үҙең менән ҡырағай йәнлектәрҙән һаҡланыу саралары

Быйыл бүреләр менән бәйле хәлдәр Белорер районында йыш осрай. Бынан алда райондың Инйәр ауылында йыртҡыстарҙың, шәхси ихатаға инеп, һигеҙ кәзәне боҙаҙлап сығыуы тураһында яҙғайныҡ инде. Сираттағы хәл Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан Межгорьела булған. Был юлы ҡала ситендә саңғы трассаһында саңғыла йөрөгән ир бүре менән күҙмә-күҙ осраша. Ул юғарылп ҡалмай – йыртҡысты көслө тауыш сығарып ҡурҡыта. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, бер ай эсендә Межгорьела бүреләр 15-тән ашыу этте ашаған, ҡала буйлап та йөрөйҙәр. Йорт хайуандарына һөжүм итеү осраҡтары Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендәге барлыҡ тораҡ пункттарҙа ла күҙәтелә. Урындағы властар хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә урамдарҙы патруллек итеүҙе ойошторған, шулай уҡ бүреләр һанын көйләү буйынса саралар күрелә. Һунарсылар, йыртҡыс менән осрашҡанда юғалып ҡалмаҫҡа, ҡурҡыуыңды күрһәтмәҫкә, ҡасмаҫҡа, хайуандың күҙенә ҡарамаҫҡа, арҡа менән барырға, ныҡ итеп ҡысҡырырға һәм һәр ваҡыт үҙең менән ҡырағай йәнлектәрҙән һаҡланыу сараларын йөрөтөргә кәңәш итә. Фото: скриншот. Видеояҙма сығанағы: https://t.me/c/1601276259/26499