Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Ағиҙел" порты тергеҙелә

Республикала "Ағиҙел" йөк ташыу йылға портын тергеҙеү һәм Ағиҙел ҡалаһында махсус иҡтисади порт зонаһы булдырыу йәһәтенән эш алып барыла. Был проектҡа ярашлы, "Башатомтерминал" йәмғиәте суднолар өсөн причалды яңыртҡан. Уны Ағиҙелдә файҙаланыуға тапшырырға планлаштырыла. Причал хәүефһеҙ хеҙмәт өсөн кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин ителгән, файҙаланыуға әҙер. "Ул биш мең тоннаға тиклем йөк ташыуға иҫәпләнгән караптарҙы ҡабул итә ала. Һөҙөмтәлә "Башатомтерминал" йәмғиәте дизел (судно) яғыулығын танкерҙарға тейәй, шулай уҡ судноларҙы заправкалай аласаҡ", - ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Бынан тыш, предприятие судноларҙы техник һәм эсәр һыу менән тәьмин итеү, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын ҡабул итеү буйынса хеҙмәттәр күрһәтергә ниәтләй. "Ағиҙел" йылға портын тергеҙеү буйынса эштәр дауам итәсәк. Фото: pravitelstvorb.ru