Сара 15 мартта киске сәғәт 7-лә башлана, тип хәбәр итә “Ҡурай-ТВ”. «Ҡурай даны» телевизион наградаһы 2018 йылда «Башҡортостан» ТРК-ның «Ҡурай-ТВ» музыка-күңел асыу каналы башланғысы менән булдырылды. Эштәрендә уңышҡа өлгәшкән замандаштарыбыҙҙы асыҡлау, шулай уҡ туған телебеҙҙе, боронғо һәм заманса мәҙәниәтебеҙҙе пропагандалау, һаҡлау һәм популярлаштырыу, халыҡ йолаларын һәм кәсептәрен үҫтереү – телевизион премияның төп маҡсаттары ошо. Ул тиҙ арала билдәлелек яулап, каналдың иң әһәмиәтле проекттарының береһенә әүерелде. Награда ниндәйҙер өлкәлә уңыштарға өлгәшкән, абруй яулаған үҙ эшенең ысын оҫталарына, кәсепселәргә, ауыл хужалығы эшсәндәренә, эшҡыуарҙарға, күп балалы ғаиләләргә, ижади лидерҙарға бирелә. 2024 йылда телепремияға тамашасылар тәҡдим иткән 27 замандаш дәғүә итте. Был юлы «Ҡурай даны» милли телепремияһы алты номинацияла уҙғарыла: «Ер кешеһе», «Эшенең оҫтаһы-кәсепсе. Ҡатын-ҡыҙҙар», «Эшенең оҫтаһы-кәсепсе. Ир-егеттәр”, «Иң яҡшы ауыл фельдшеры», «Киң күңелле ғаилә», «Иң яҡшы а