Һыйырын юғалтҡан йәш ир саҡ туңып үлмәй. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был хәл 22 февралдә Учалы районының Ураҙ ауылында була. 1993 йылғы ир әсәһе менән юғалған һыйырҙарын эҙләп китә. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс ҡатын менән һыйыр ҡайта, ә йәш ир юғала. Уны үҙаллы таба алмағас, 23 февраль иртән әсәй кеше ашығыс хеҙмәттәргә хәбәр итә. Юғалған ирҙе эҙләүҙә полиция, ирекмәндәр һәм урындағы халыҡ ҡатнаша. Һөҙөмтәлә уны ирекмәндәр һәм ауылдаштары таба. Ир ныҡ итеп өшөгән була, шуға күрә уны Учалы дауаханаһына оҙаталар. Фото: Нәсих Хәлисов.