Ҡасандыр әйтелгән “Кадрҙар барыһын да хәл итә” тигән һүҙҙәр һәр заман өсөн ҡулай, бөгөн дә көнүҙәк, һис баҙыҡланмай. Йәшәйешебеҙҙең ниндәй генә тармағын алмайыҡ, шул иҫәптән медицинаны ла, уңыштарҙың төп сәбәбе кадрҙарға ҡайтып ҡала. Башҡортостанда иһә айырым программалар һаулыҡ һаҡлау тармағын кадрҙар менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры”, “Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар”, ”Етешмәгән белгеслектәр” программалары тормошҡа ашырыла. Кадрҙар, кадрҙар, кадрҙар... “Маҡсатыбыҙ – медицина ярҙамын юғары сифатлы итеү һәм республикала йәшәүселәрҙең барыһының да, шул иҫәптән төпкөлдәге ауылдарҙа йәшәүселәрҙең дә файҙалана алырлыҡ итеү”, – тип белдергәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Был йәһәттән республикала бихисап эштәр атҡарыла. Өҫтәүенә, юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү һәм уларҙы эшкә урынлаштырыу буйынса маҡсатлы уҡыу тураһында килешеүҙәр төҙөлдө, бюджет иҫәбенә медицина колледждарына ҡабул ителеүселәр һаны арттырылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Нефтекамала, Учалыла, Октябрьскийҙа һәм Мәсәғүттә медицина колледждарының филиалдары асылды. Кадрҙарға килгәндә, һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин билдәләүенсә, был яңыртылған ресурс иң ауыры, сөнки яңы белгестәр әҙерләү күп ваҡытты – университетта алты йыл уҡығандан һуң ике йыл ординатураны ала. Шуға ҡарамаҫтан Башҡортостанда табиптарҙы эшкә йәлеп итеү буйынса һөҙөмтәле саралар ҡулланыла: маҡсатлы уҡытыу, “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары буйынса түләүҙәр һәм өҫтәмә төбәк ярҙамы. Былтыр республикала 312 яңы табип, 1600-гә яҡын урта медицина персоналы эшләй башланы. Йәш белгестәр үҙебеҙҙә ҡалһын өсөн Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Рауил Халфиндың билдәләүенсә, был проблема Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә һәм күпселек илдәрҙә киҫкен. – Әлеге ваҡытта саралар ҡабул ителә һәм артабан уларҙы тормошҡа ашырыу юлдары эҙләнә. Был ҡарарҙарҙың иң мөһимдәренең береһе – республика төбәктәрендә медицина колледждарының өҫтәмә филиалдарын асыу. Уларҙың дүртәүһе эш башланы, быйыл өҫтәмә уртаса медицина хеҙмәткәрҙәренең сығарылышы була. Улар, нигеҙҙә, был райондарҙа, был округтарҙа ҡала. Ни өсөн? Йәштәребеҙ башҡа төбәктәргә уҡырға китә һәм һөҙөмтәлә күбеһе унда эшләргә ҡала. Хәлде аңлап, ике йыл элек үк “Сәләмәтлек сәғәте”ндә был проблеманы анализланыҡ һәм дүрт колледж асыу тураһында ҡарар ҡабул иттек. Был – яңы ремонт эштәре атҡарылған, уҡыу кластары, симуляция кабинеттары булған биналар. Уларҙы мин үҙем ҡарап сыҡтым, ысынлап та, шарттар яҡшы, – ти ул. – 2025 йылда был колледждарҙың тәүге сығарылышы көтөлә. Һәм дауаханаларыбыҙға яңы кадрҙар эшкә барасаҡ. Киләһе этап – муниципалитеттар менән эшләү. Уларҙың райондарға медицина хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеүе өсөн әүҙем эшләүе мөһим. Медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары ҡаралған Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары тормошҡа ашырыла. Улар араһында медицина хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнгән һөҙөмтәле программалар ҙа бар. “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программаларын 2030 йылға тиклем оҙайттылар. Әйткәндәй, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы төбәктәрҙән килгән тәҡдимдәр нигеҙендә “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары буйынса аҡса алырға хоҡуҡлы медицина хеҙмәткәрҙәре вазифаларының яңы исемлеген раҫланы. Унда аллерголог-иммунолог, балалар онколог-гематологы, табип-остеопат, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы, стоматолог-ортопед, торакаль хирург, физик һәм реабилитация медицинаһы табибы, эпидемиолог бар. Табип амбулаторияларының, шулай уҡ дөйөм табип практикаһы (ғаилә медицинаһы) үҙәктәренең акушерҙары, шәфҡәт туташтары ла түләү алыу хоҡуғына эйә. Белеүебеҙсә, “Ауыл табибы” программаһы 2012 йылдан эшләй һәм ауылдарға, бәләкәй ҡалаларға күсеп ҡайтҡан табиптарға аҡса түләүҙе күҙ уңында тота. Әммә бер шарт бар: улар дауаханала биш йыл эшләргә бурыслы. Фельдшерҙар, акушерҙар һәм шәфҡәт туташтары өсөн “Ауыл фельдшеры” программаһы 2018 йылдан ғәмәлдә. Программа сиктәрендә табиптарға – 1 миллион һум (йыраҡ райондар – 1,5 миллион һум), урта медицина хеҙмәткәрҙәренә иһә 0,5-1 миллион һум матди ярҙам күрһәтелә. 2023 йылда был түләүҙе 195 табип, 101 урта медицина хеҙмәткәре алды. Башҡортостан Рәсәй төбәктәре федераль бюджеттан алынған һәм файҙаланылған аҡса буйынса өсөнсө субъект булды. Тармаҡ “йәшәрә” Былтыр августа Өфөләге Профсоюздар йортонда Башҡортостандың барлыҡ медицина округтарынан йәш әүҙем табиптарҙың беренсе форумы үткәрелде. Уны республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының йәштәр советы һәм Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ойошторҙо. Сарала Һаулыҡ һаҡлау министрлығының дәүләт граждандар хеҙмәте һәм кадрҙар идаралығы Гөлнара Камалова тармаҡтың 20 процентҡа “йәшәреүе”тураһында белдерҙе. Әйткәндәй, яңы “Бәләкәй медицина ойошмаларына табиптар” программаһына ярашлы, беҙгә башҡа төбәктәрҙән дә медицина хеҙмәткәрҙәре килә. Мәҫәлән, Ҡалтасы үҙәк район дауаханаһына Ҡырымдан Астапенковтар күсеп килгән. Улар – табиптар ғаиләһе. Ғаилә башлығы Александр Владимирович һәм уның ҡатыны Дарья Андреевна участка табиптары-терапевтар булып эшләй. Муллағәлиевтәр ғаиләһе тыуған яғына ҡайтҡан. Ғаилә башлығы Роберт Илдус улы – дерматовенеролог, уның ҡатыны Светлана Рауил ҡыҙы – ультратауышлы диагностикалау табибы. Белеүебеҙсә, дәүләт башлығы былтыр 1 марттан бәләкәй ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә һәм ауылдарҙа табиптарға түләүҙәр күләмен арттырырға тәҡдим итте. Ул иң кәрәкле йүнәлештәр буйынса табиптарға, шулай уҡ район һәм участка дауаханалары хеҙмәткәрҙәренә айырым иғтибар биреүҙе һораны. Һәр тармаҡта быуындар күсәгилешлелеге булыуы зарур. Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында эшләгән йәш белгестәрҙән Элина Әлимбаеваға (һүрәттә) ҙур өмөт бағлайҙар. Ул Башҡортостан дәүләт медицина университетының педиатрия факультетын тамамлап килгән. Үҙе Оло Ыҡтамаҡта тыуып үҫкән. Элина Булат ҡыҙы “Ауыл табибы” программаһында ҡатнаша һәм был дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә, күп кенә йәш белгестәр кеүек, торлаҡ мәсьәләһен хәл итмәксе. – Атайым Булат Вәли улы – ветеринария табибы, әсәйем Әлфирә Фәнүр ҡыҙы 22 йыл фельдшер булып эшләй. Атайымдың апаһы Гөлнәзирә лә табип-лаборант. Ағаһы Хажиәхмәт тә кардиолог ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмере бик аяныслы өҙөлдө, – ти Элина Вәли ҡыҙы. Эш хаҡына шәп өҫтәмә Бәләкәй хеҙмәткәрҙәр эш хаҡына өҫтәмәгә өмөт итә ала – 2023 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәренең айырым категорияларына республика бюджетынан өҫтәмә түләүҙәр индерҙе. “Ашығыс медицина ярҙамы”ның психиатрия бригадаһы саҡырыуҙары буйынса шәфҡәт туташтарына һәм бәләкәй медицина хеҙмәткәрҙәренә ай һайын – 4500, беренсел медицина-санитар ярҙамын күрһәткән йәки йәшәүселәргә диспансер күҙәтеү яһағандарға – 6500, махсус психиатрия бригадалары фельдшерҙарына һәм шәфҡәт туташтарына – 7000, ошонда подразделениелар табиптарына – 11500, “ашығыс медицина ярҙамы” водителдәренә – 12000, участка терапевтарына 14500 һум түләнә. Бөгөн һәм оҙайлы ваҡытҡа дәүләт медицина хеҙмәткәрҙәрен арттырыу мәсьәләһен хәл итеү юлдары эҙләнә – табиптарға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам бар, буласаҡ та, сөнки был – йәшәйешебеҙҙең төп тармаҡтарының береһе. ФЕКЕР Дим ШӘЙӘХМӘТОВ, Красноусол үҙәк район дауаханаһының дөйөм хирургы: – Сығышым менән – Ғафури районының Толпар ауылынанмын. Бала саҡтан өләсәйем Хәмиҙә Ғәфур ҡыҙы Шәйәхмәтованың ауылыбыҙҙа фельдшер булып башҡаларға ярҙам итеүенә шаһит булып үҫтем һәм уның ошо медицина юлынан китеү тураһындағы кәңәшен тотоп, хыял иткән Башҡортостан дәүләт медицина университетына уҡырға индем, аҙаҡ ординатураны тамамланым. Тыуған яғымда дөйөм хирург булып эшләйем һәм бер йылдан ашыу “Ауыл табибы” программаһында ҡатнашам. Йәш белгестәр өсөн 1,5 миллион һум – ул шәп сумма. Дәүләтебеҙ тарафынан бирелгән был сумма торлаҡ алырға ярҙам итер, тип ышанам. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Ҡасандыр әйтелгән “Кадрҙар барыһын да хәл итә” тигән һүҙҙәр һәр заман өсөн ҡулай, бөгөн дә көнүҙәк, һис баҙыҡланмай. Йәшәйешебеҙҙең ниндәй генә тармағын алмайыҡ, шул иҫәптән медицинаны ла, уңыштарҙың төп сәбәбе кадрҙарға ҡайтып ҡала. Башҡортостанда иһә айырым программалар һаулыҡ һаҡлау тармағын кадрҙар менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры”, “Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар”, ”Етешмәгән белгеслектәр” программалары тормошҡа ашырыла. Кадрҙар, кадрҙар, кадрҙар... “Маҡсатыбыҙ – медицина ярҙамын юғары сифатлы итеү һәм республикала йәшәүселәрҙең барыһының да, шул иҫәптән төпкөлдәге ауылдарҙа йәшәүселәрҙең дә файҙалана алырлыҡ итеү”, – тип белдергәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Был йәһәттән республикала бихисап эштәр атҡарыла. Өҫтәүенә, юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү һәм уларҙы эшкә урынлаштырыу буйынса маҡсатлы уҡыу тураһында килешеүҙәр төҙөлдө, бюджет иҫәбенә медицина колледждарына ҡабул ителеүселәр һаны арттырылды. Башҡортостан Башлығы Р