Күп дин әһелдәре ноҡот һалыу ярамай тиһә, икенселәре диндә ноҡот һалыу тыйылмай тиҙәр. Әммә халҡыбыҙҙа элек-электән ноҡот һалыу булған, бар һәм буласаҡ та. Әммә уны кәрт һалыу менән бутарға ярамай. Төрлө райондарға командировкаларға сыҡҡанда һәр саҡ ҡыҙыҡлы шөғөлдәре булған, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен дауам иткән, им-том менән шөғөлләнгән кешеләр хаҡында һорашам, уларҙы табып, осрашырға тырышам. Был юлы ла Хәйбулла районының Йәнтеш ауылына барғанда ноҡот һалған, ҡот ҡойған Фирүзә Ҡыям ҡыҙы Моталова менән танышырға тура килде. Әйткәндәй, уның юрауҙары тура килә, ти ауылдаштары. Йәнтеш ауылы ҡыҙы ошо уҡ ауыл егете Зәйнетдин Моталов менән өс балаға ғүмер биреп, биш ейән-ейәнсәргә һөйөклө өләсәй булып йәшәй. Өләсәһе һәм әсәһе лә теләгәндәргә ноҡот һалған, ҡот ҡойған, имләгән. Уның был һәләте тоҡомдан килә, әгәр ҙә элегерәк, йәшерәк саҡта бер аҙ уңайһыҙланып ҡына, кешеләргә белдермәй, тик үҙенең яҡындары өсөн генә ҡот ҡойһа, әле уға мөрәжәғәт итеүселәр бихисап. Ниндәйҙер ауырлыҡтар ал