Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Туймазыла информатика уҡытыусыларының семинары үтте

Башҡортостан Республикаһының Туймазы ҡалаһында информатика уҡытыусыларының “Уҡыусыларҙа һәм педагогик хеҙмәткәрҙәрҙә һанлы компетенциялар булдырыу ресурсы булараҡ IT-куб” темаһы буйынса район семинары үтте. Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы Туймазы ҡалаһының 1-се гимназияһы уҡытыусыларының “Һанлы белем биреү мөхите” федераль проектын ғәмәлгә ашырыуҙы тәьмин итеү өсөн “Мәғариф”федераль милли проекты сиктәрендә алынған ҡорамалдарҙы әүҙем файҙаланыуҙары менән таныштырҙылар. Семинарҙың практик өлөшөндә 1-се гимназия уҡытыусылары “Робот техникаһының проект эшмәкәрлеге: идеянан алып тормошҡа ашырғанға тиклем”, “Yava телендә программалау”, “Анимациялы открытка булдырыу”, “Белем биреү процесында интерактив панелде ҡулланыу”, “Шахмат уйнарға өйрәтеү аша балаларҙың интеллектуаль компетентлығын үҫтереү” темалары буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. – Беҙҙең балаларға һанлы белем биреү буйынса “IT-куб” үҙәктәрендә бындай семинарҙар уҙғарыу - ул педагогтарға тәжрибә уртаҡлашыу, шулай уҡ балаларҙы программал

Башҡортостан Республикаһының Туймазы ҡалаһында информатика уҡытыусыларының “Уҡыусыларҙа һәм педагогик хеҙмәткәрҙәрҙә һанлы компетенциялар булдырыу ресурсы булараҡ IT-куб” темаһы буйынса район семинары үтте. Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы Туймазы ҡалаһының 1-се гимназияһы уҡытыусыларының “Һанлы белем биреү мөхите” федераль проектын ғәмәлгә ашырыуҙы тәьмин итеү өсөн “Мәғариф”федераль милли проекты сиктәрендә алынған ҡорамалдарҙы әүҙем файҙаланыуҙары менән таныштырҙылар. Семинарҙың практик өлөшөндә 1-се гимназия уҡытыусылары “Робот техникаһының проект эшмәкәрлеге: идеянан алып тормошҡа ашырғанға тиклем”, “Yava телендә программалау”, “Анимациялы открытка булдырыу”, “Белем биреү процесында интерактив панелде ҡулланыу”, “Шахмат уйнарға өйрәтеү аша балаларҙың интеллектуаль компетентлығын үҫтереү” темалары буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. – Беҙҙең балаларға һанлы белем биреү буйынса “IT-куб” үҙәктәрендә бындай семинарҙар уҙғарыу - ул педагогтарға тәжрибә уртаҡлашыу, шулай уҡ балаларҙы программалау, робот техникаһы, киберхәүефһеҙлек нигеҙҙәренә өйрәтеү мөмкинлеген биреү, - тип хәбәр итте район хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Ольга Чернова. Әлеге ваҡытта "Мәғариф" милли проектын яңы "Йәштәр һәм балалар" милли проекты (национальный проект "Молодежь и дети") дауам итә. Исеме үҙгәрһә лә, уның маҡсаттары шул килеш ҡала һәм арта ғына. Фото: Туймазы ҡалаһы хакимиәте.