Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Яңы бина барыһын да һөйөндөрҙө

Шаран районының Мишәр ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Быйылдан медицина учреждениеларын төҙөү һәм йыһазландырыу “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы башҡарыла. Элекке фельдшер-акушерлыҡ пункты 1996 йылда төҙөлгән иҫке бинала урынлашҡан булған. Яңы медицина учреждениеһы заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн тейешле ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Медицина пунктында фельдшер, процедура, пациенттарҙы ҡабул итеү кабинеттары, дарыуҙарҙы һаҡлау бүлмәһе булдырылған. Өлкәндәр һәм аҙ хәрәкәтләнеүсән кешеләр өсөн пандус ҡуйылған. –Ауылдаштар яңы бина төҙөлөүенә сикһеҙ шатлана, сөнки йортҡа яҡын урында диспансерлаштырыу үтергә, вакцина яһатырға һәм тәүге медик-санитар ярҙам алырға мөмкин. Бөтәһе 132 кешене хеҙмәтләндерәсәкмен, – ти фельдшер Гүзәл Шуматбаева. Ул медицина тармағында 37 йылдан ашыу эшләй. Яңы “Оҙайлы һ

Шаран районының Мишәр ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Быйылдан медицина учреждениеларын төҙөү һәм йыһазландырыу “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы башҡарыла. Элекке фельдшер-акушерлыҡ пункты 1996 йылда төҙөлгән иҫке бинала урынлашҡан булған. Яңы медицина учреждениеһы заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн тейешле ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Медицина пунктында фельдшер, процедура, пациенттарҙы ҡабул итеү кабинеттары, дарыуҙарҙы һаҡлау бүлмәһе булдырылған. Өлкәндәр һәм аҙ хәрәкәтләнеүсән кешеләр өсөн пандус ҡуйылған. –Ауылдаштар яңы бина төҙөлөүенә сикһеҙ шатлана, сөнки йортҡа яҡын урында диспансерлаштырыу үтергә, вакцина яһатырға һәм тәүге медик-санитар ярҙам алырға мөмкин. Бөтәһе 132 кешене хеҙмәтләндерәсәкмен, – ти фельдшер Гүзәл Шуматбаева. Ул медицина тармағында 37 йылдан ашыу эшләй. Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты ( нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк. Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.