Сәй - Ер йөҙөндәге шифалы эсемлектәрҙең береһе, уның ҡараһы ла, йәшеле лә, ҡыҙылы ла файҙалы. Бер сынаяҡ сәй ҙә физик һәм аҡыл эшмәкәрлеген күтәрә, арығанлыҡты бөтөрә, майҙарҙың бүленеп сығыу барышын тиҙләтә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Ҡайһы төҫтәге сәй файҙалыраҡ? Сәй ҡаптарындағы яҙыуға күҙ һалһаң, биоактив берләшмәләрҙең ҡыҙылында йәшелендәгенән - биш, ә йәшелендә ҡараһындағыға ҡарағанда 20 тапҡырға күберәк икәнлеген белергә мөмкин. Әммә эш төҫтә түгел, ә сәйҙең ниндәй сортҡа ҡарауында. Хатта ике төрлө йәшел сәйҙең дә файҙалы матдәләре буйынса бер-береһенән ҡырҡа айырылыуы мөмкин. Ғалимдар фекеренсә, сәйҙәр араһында шифалылығы буйынса “чемпион”ды билдәләү мөмкин түгел. Иң мөһиме - уны әҙерләгәндә эсемлектең файҙалы үҙенсәлектәрен һаҡлау. Сәйҙә барлыҡ витаминдар ҙа бар тиерлек. Белгестәр әйтеүенсә, хатта сәйҙең туҙанында ла витаминдар һаҡлана. Ә калорияһы бойҙай икмәгенә ҡарағанда 25 тапҡырға артыҡ. Әммә сәй дөрөҫ итеп ҡулланғанда ғына файҙалы, юғиһә уның ағыуға ла әйләнеүе ихтима