Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе Секретары урынбаҫары, төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов коллегалары менән берлектә 144-се гуманитар колоннаны оҙатыуҙа ҡатнашты, “Башҡортостан” полкы батальондары позицияларында булды. Ылауҙа 15 автофура һәм трал. Унда кәрәкле бронетехника, сылбырлы транспортер-тягач, FPV-дрондар, квадроциклдар, мотоциклдар, мобиль мунсалар, маскировка селтәрҙәре, бысҡылар, генераторҙар, запчастар, окоп шәмдәре, "буржуйка"лар, газ баллондары, төҙөлөш материалдары һәм ҡормалдары, аҙыҡ-түлек, медикаменттар, яҡындарынан посылкалар бар. Балаларҙың хаттары һәм һүрәттәре айырым урын биләй. Шайморатов исемендәге штаб ирекмәндәре, йәмәғәт ойошмалары һәм башҡалар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашҡан. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе Секретары Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Башҡортостан хәрбиҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды. Руслан Насретдинов: “Бөгөн, Ватанды һ