Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Реабилитация үҙәгендә "йәшәртеп" ҡайтарҙылар"

Билдәле булыуынса, республикабыҙҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ҡырҡтан ашыу ярҙам сараһы эшләй. Уларҙың нисек тормошҡа ашырылыуы урындағы хакимиәт хеҙмәткәрҙәренә, шулай уҡ социаль координаторҙарға, Ветерандар советына бәйле. Бөрйән районында был йәһәттән эш яҡшы ойошторолған. Хакимиәттә әйтеүҙәренсә, ярҙам сараларының иң киң ҡулланылғаны – шифахана-курорт дауалауы, балалар баҡсаһына бушлай йөрөтөү, мәктәптә түләүһеҙ ашатыу. Уҙған йыл һөҙөмтәләренә килгәндә, райондан ҡырҡ кеше социаль координатор ярҙамында шифахана-курорт дауалауы, 34 кеше медицина ярҙамы (реабилитация) үткән. Ветерандар советы аша 287 кеше (шуларҙың 138-е – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары) реабилитацияға барып ҡайтҡан. Шул иҫәптән Яңы Собханғол ауылынан өлкән йәштәге әсә Хәҙисә Иҫәнғужинаға төрлө яҡтан ярҙам күрһәтелеп тора. Уның ике улы 2022 йылдан уҡ махсус хәрби операция биләмәһендә, шулай уҡ ейәндәренең береһе МХО-ла булып ҡайтҡан, икенсеһе әле алғы

Билдәле булыуынса, республикабыҙҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ҡырҡтан ашыу ярҙам сараһы эшләй. Уларҙың нисек тормошҡа ашырылыуы урындағы хакимиәт хеҙмәткәрҙәренә, шулай уҡ социаль координаторҙарға, Ветерандар советына бәйле. Бөрйән районында был йәһәттән эш яҡшы ойошторолған. Хакимиәттә әйтеүҙәренсә, ярҙам сараларының иң киң ҡулланылғаны – шифахана-курорт дауалауы, балалар баҡсаһына бушлай йөрөтөү, мәктәптә түләүһеҙ ашатыу. Уҙған йыл һөҙөмтәләренә килгәндә, райондан ҡырҡ кеше социаль координатор ярҙамында шифахана-курорт дауалауы, 34 кеше медицина ярҙамы (реабилитация) үткән. Ветерандар советы аша 287 кеше (шуларҙың 138-е – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары) реабилитацияға барып ҡайтҡан. Шул иҫәптән Яңы Собханғол ауылынан өлкән йәштәге әсә Хәҙисә Иҫәнғужинаға төрлө яҡтан ярҙам күрһәтелеп тора. Уның ике улы 2022 йылдан уҡ махсус хәрби операция биләмәһендә, шулай уҡ ейәндәренең береһе МХО-ла булып ҡайтҡан, икенсеһе әле алғы һыҙыҡта. Хәҙисә Кәбир былтыр көҙ һөйөклө ирен мәңгелеккә юғалтыу ҡайғыһын кисергән, әле ҡыҙҙарының хәстәрлеген күреп ғүмер итә. Инәйҙең өйөнә улдары газ индереү эшен башлаған булған, уны район хакимиәте менән “Ватанды һаҡлаусылар” фондының урындағы штаты берлектә тамамлап ҡуйған. Шулай уҡ ауыл Советы утын мәсьәләһе буйынса ярҙам итеп тора. Райондың Ветерандар союзы Хәҙисә Кәбир ҡыҙын Өфөләге реабилитация үҙәгенә лә ебәреп алған. “Шул ҡәҙәр һәйбәт ҡаранылар, табиптар ҙа, шәфҡәт туташтары ла ғәйәт иғтибарлы, – ти инәй. – Һаулығымды нығытып, күңелгә йыйылған ауыр уйҙарҙы таратып ҡайтарҙылар. Иң мөһиме – хәрәкәт тигән хәҡиҡәткә тағы бер ҡат инандырҙы улар. Миңә, ғүмер буйы ауыр эштәрҙә йөрөгән, күмәк бала үҫтергән, һис ҡасан тынғылыҡ белмәй, “йүгереп” йәшәгән әсәгә, хәрәкәт, әлбиттә, саманан тыш етә. Үҙ йәшегеҙҙән байтаҡҡа йәш күренәһегеҙ, артабан да бирешмәгеҙ, тип күңелемде күтәреп, "йәшәртеп" ҡайтарған реабилитация хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт!” Хәҙисә Кәбир ҡыҙы улдарына, ейәненә һәм башҡа барлыҡ яугирҙәргә именлек теләй, уларҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын доғалар уҡып көтә. Фото ғаилә архивынан алынды.