2025 йылдың 1 мартынан граждандар был хоҡуғынан файҙалана аласаҡ. “Хәҙер күптәрҙең, бигерәк тә өлкән йәштәгеләрҙең аҡсаһын алдап алыу осраҡтары йышайҙы. Өҫтәүенә, башҡа кеше исеменә кредит рәсмиләштереү осраҡтары күбәйҙе. Беҙҙе, пенсионерҙарҙы, мутлашыусылар ҡулына юлыҡтырмау өсөн берәй саралар күрелмәйме икән?.. З. ИБРАЕВА. Өфө ҡалаһы”. – Ысынлап та, хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәрҙең, шул иҫәптән өлкән йәштәгеләрҙең, заман “остап бендер”ҙарының тоҙағына эләгеп, аҡсаһын биреү осраҡтары күбәйҙе. Ошондай аяныслы хәлдәрҙе кәметеү өсөн дәүләт бер алым уйлап сығарған – 2025 йылдың 1 мартынан граждандар үҙҙәрен кредит алыуға тыйыу ҡуя аласаҡ. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһы властары ғаризаны биреү һәм яуап алыу процедураһын раҫлаған. Кредит алыуға тыйыу тураһындағы ғаризаны ике юл менән тапшырып буласаҡ. Беренсеһе – “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша – унан Кредит тарихтары бюроһына мәғлүмәт ебәреләсәк һәм шәхси кабинетҡа ҡабул ителгән