Ирекмән янғын һүндереүселәр һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Ҡырмыҫҡалы районының Орловка ауылында 36 квадрат метр майҙанда бүрәнә өйҙәге янғынды һүндергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереү барышында 70 йәшлек ирҙең кәүҙәһен табалар. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһенең яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, янғын мейестең ныҡ ҡыҙыуы арҡаһында сыҡҡан. Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: - мейесте яндырһаң, уны ҡарауһыҙ ҡалдырма; - ҡыҙыуҙан һаҡлай торған материал ҡуйығыҙ; - мейес юлдарын даими таҙартығыҙ, был уның төҙөклөгөн һаҡлап ҡаласаҡ һәм хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайтасаҡ. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.