Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Боғҙандарҙың эштәре лә, тормоштары ла ырай

“Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә бөгөн Миәкә районының Боғҙан ауылында айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалаған йәнә бер фәһемле сара ойошторолдо - “Ауылпиада” тигән креатив исем аҫтында мәҙәни-айыҡ спорт ярыштары үтте. Шуныһы ҡыуаныслы, Боғҙан ауылы конкурстың муниципаль этабында еңеүсе булды һәм хәҙер халыҡ дәррәү республика этабына әҙерләнә. Ауылдың төп байлығы, әлбиттә, унда йәшәүселәр. Бында 389 кеше йәшәй. Конкурста ҡатнашыуға һәм еңеүгә бөтә көсөн, энергияһын, ижади һәләттәрен йүнәлтеп, ҡулға-ҡул тотоношоп эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр. Боғҙан ауылы халҡы борон-борондан йыр-бейеүҙәрҙе яратҡан, был дәрт бөгөн дә һүнмәй. Район шулай уҡ республика сараларында әүҙем ҡатнаша. “Димкәй” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле былтыр 40 йыллығын билдәләне. Боғҙан ауылы мәктәбенең дә 100 йыллыҡ тарихы бар. Ауылдан сыҡҡан кешеләр төрлө өлкәлә эшләй: атҡаҙанған уҡытыусылар, табиптар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре -яҡташтарының ғорурлығы! Тырыш халҡы арҡаһында ауыл йәшәй, үҫешә һәм сәскә ата

“Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә бөгөн Миәкә районының Боғҙан ауылында айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалаған йәнә бер фәһемле сара ойошторолдо - “Ауылпиада” тигән креатив исем аҫтында мәҙәни-айыҡ спорт ярыштары үтте. Шуныһы ҡыуаныслы, Боғҙан ауылы конкурстың муниципаль этабында еңеүсе булды һәм хәҙер халыҡ дәррәү республика этабына әҙерләнә. Ауылдың төп байлығы, әлбиттә, унда йәшәүселәр. Бында 389 кеше йәшәй. Конкурста ҡатнашыуға һәм еңеүгә бөтә көсөн, энергияһын, ижади һәләттәрен йүнәлтеп, ҡулға-ҡул тотоношоп эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр. Боғҙан ауылы халҡы борон-борондан йыр-бейеүҙәрҙе яратҡан, был дәрт бөгөн дә һүнмәй. Район шулай уҡ республика сараларында әүҙем ҡатнаша. “Димкәй” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле былтыр 40 йыллығын билдәләне. Боғҙан ауылы мәктәбенең дә 100 йыллыҡ тарихы бар. Ауылдан сыҡҡан кешеләр төрлө өлкәлә эшләй: атҡаҙанған уҡытыусылар, табиптар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре -яҡташтарының ғорурлығы! Тырыш халҡы арҡаһында ауыл йәшәй, үҫешә һәм сәскә ата. Байрамға Бишбүләк районынан абруйлы ҡунаҡтар килде. Бында тематик майҙансыҡтар эшләне, күргәҙмәләр ойошторолдо, шулай уҡ спорт ярыштары үтте. Ауыл йәрминкәһе милли аш-һыуға бай булды, ҡайнар сәй, ҡайнатмалар, бал, төрлө ризыҡтар менән һыйланырға мөмкин ине. Ошонда уҡ ҡыҙыҡһыныусылар үҙҙәренең һорауҙары менән “Ғаилә” хеҙмәте, Халыҡ мәшғүллеге үҙәге, Күп функциялы үҙәк, район дауаханаһы, Социаль фонд, опека һәм попечителлек секторы, мәғариф бүлеге белгестәренә, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды вәкилдәренә мөрәжәғәт итте. ­- Байрам бик матур булды! Конкурстағы төп бүләк өсөн көрәшкә әҙербеҙ. Сәм дә, тырышлыҡ та етерлек беҙҙә, – ти боғҙандар. Айыҡ һәм сәләмәт тормош яҡлы булған, егәрле һәм ныҡышмал Боғҙан ауылы халҡына һаулыҡ, именлек һәм республика кимәлендәге конкурста еңеүҙәрен теләйбеҙ. Улар быға лайыҡ! Фотолар: ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһынан.