Башҡортостанда “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһанылар. Был хаҡта Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектының (федеральный проект “Сохранение лесов”) төп маҡсаты – 2024 йыл аҙағына урмандарҙы тергеҙеү балансы ҡаҙаныштары 100 процент - 2024 йыл аҙағына төбәктә уңышлы атҡарылған. Алты йыл эсендә 93 мең гектар тирәһе майҙанда урмандар тергеҙелгән. Шулай уҡ 20 тонна урман үҫентеләре әҙерләнгән. Милли проектты тормошҡа ашырыу ваҡытында урман хужалығы эштәрен атҡарыу өсөн 300-ҙән ашыу берәмек техника, ҡорамалдар һәм кәрәк-яраҡтар һатып алынған. Бынан тыш, төбәккә 400 тирәһе берәмек урман янғындарынан һаҡлау өсөн техника алынған. Хәҙер субъект урман ҡорамалдары менән 100 процентҡа тәьмин ителгән. Ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеген күтәреүгә, атмосфера һауаһын бысратыу кимәлен кардиналь кәметеүгә, Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән “Экология” милли проекты бурыстары 2019 йылдан 2024 йылға тиклем тормошҡа ашырылды. 2025 йылдан Рәсәй Президенты Владимирр Путиндың ҡарары менән яңыртылған милли проекттарҙы тормошҡа ашыра башланылар. Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы.