Был тормошта асыуҙы килтереүсе, сығырыңдан сығарырлыҡ, йәнгә тейгән хәлдәр көн дә осрап тора инде ул. Эшкә ҡабаланғанда трамвай тотҡарланамы шунда, кис ҡайтыуыңа балаларҙың дәресе әҙерләнмәгән, уйламағанда машинаһы йә телефоны боҙола, ир эсеп ҡайта, ҡатын ашарға әҙерләп өлгөрмәгән, һин бушамағанда ҡунаҡтар килеп төшә, эш хаҡын түләп еткермәгәндәр ...Кеше - робот түгел. Асыуланғанда ҡайһы ваҡыт бар донъяны тар-мар итерҙәй булаһың. Әммә күп осраҡта көсөбөҙҙө яныбыҙҙа булған иң ҡәҙерле кешеләребеҙгә төшөрәбеҙ. Былай ярамай икәнен дә аңлайбыҙ, аҙағынан үкенес тойғоһо йәнде әсетә. Ни эшләргә?
Асыуыңды сығарам тип, кемделер кәмһетеү, йәберләү, әрләү, ҡул күтәреү һис кенә лә яраған эш түгел, әлбиттә. Әммә кешене уйлап, асыуҙы үҙеңдә тоторға ла ярамай бит әле. Бик күп ауырыуҙарҙың төп сәбәбе булып ана шул эстә йыйылып килгән асыу тора. Асыуыңды тышҡа сығарырға ла, эскә бикләргә лә ярамай икән, ни эшләргә?
Оливер Брукман үҙенең «Антидод» исемле ғилми эшендә асыу тойғоһо тураһында яҙа. Ошондай