Һимереүҙән һаҡлай Ябай ғына сөгөлдөрҙән ошондай рецепт 1,5 кг сөгөлдөрҙө алып, һәр береһен дүрт-биш киҫәккә турайбыҙ, өҫтөнә ике литр ҡайнаған һыу ҡоябыҙ. Уртаса утта бер сәғәт бешерәбеҙ. Унан алғас, берәр ҡалаҡ шәкәр һәм алма һеркәһе өҫтәйбеҙ. Ул һыуытҡыста һаҡланырға тейеш. Ошо төнәтмәне һәр ашар алдынан берәр ҡалаҡ эсеп, бер-ике киҫәк сөгөлдөрөн ашап ҡуйырға. Ниндәй үҙәрештәр һиҙелә? Ҡандың сифатын яҡшырта, бит тиреһе матурая. Организмды таҙарта – эсте йомшарта, бәүелде ҡыуҙыра, тимәк, бауыр ҙа таҙара. Яман шеш күҙәнәктәре үҫешеүен тотҡарлай. Яҙ көс-хәл индерә. Йөрәк-ҡан һәм тын алыу системаһының эшен яҡшырта. Ҡан баҫымын төшөрә. Яңы күҙәнәктәр барлыҡҡа килтерергә булышыусы матдә бар, шунлыҡтан йәшәртә. Климакс ваҡытында хәлде еңеләйтә. Ҡан ағышы яҡшырғанлыҡтан гел өшөп торған аяҡтар йылына. Ҡан тамырҙарын, һеңер һәм һөйәктәрҙе нығыта. Һимереүҙән һаҡлай, артыҡ ауырлыҡтан ҡотолдора. Кемдәргәлер ярамауы ла бар, шуның өсөн табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!