Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Юлдаш" радиоһы - Ишембай ерендә

Ишембай "Юлдаш"тарға алҡышлай “Юлдаш" радиоһы 25 йыллығы уңайынан ҙур юбилей сараларын Ишембай ҡалаһында тыңлаусылары менән осрашыуҙан башланы. Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайына юлдаштарҙы күрергә тип ҡала халҡы ғына түгел, Ишембай районы ауылдарынан, шулай уҡ Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Ейәнсура, Көйөргәҙе, хатта Бөрйән райондарынан да килеүселәр бар ине. Шығырым тулы залда һәм балконда алма төшөрлөк тә урын булманы. “Тыңлаусыларыбыҙ менән осрашыуҙарҙы һуңғы йылдарҙа йыш ойошторабыҙ, беҙҙе бөтөн ерҙә лә матур, ихлас ҡаршы алалар. Ишембайҙағы сара шулай ҙа хәтерҙә иң ҡалғаны булыр, моғайын. Бында бик ихлас, йыр-моңға әүәҫ, талантлы халыҡ йәшәй икән”, тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша радио хеҙмәткәрҙәре. Улар әйтеүенсә, зал тәүге сығышты уҡ дәррәү алҡышлап ҡаршы алған һәм тамаша аҙағына тиклем ҡул сабып, артистарға ҡушылып йырлаған, бейегән. Башҡортостандың халыҡ артистары Резидә Әминева һәм Фәрүәз Урманшиндың халыҡсан дуэты – “Юлдаш” байрамдарының биҙәге. Фәр

Ишембай "Юлдаш"тарға алҡышлай “Юлдаш" радиоһы 25 йыллығы уңайынан ҙур юбилей сараларын Ишембай ҡалаһында тыңлаусылары менән осрашыуҙан башланы. Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайына юлдаштарҙы күрергә тип ҡала халҡы ғына түгел, Ишембай районы ауылдарынан, шулай уҡ Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Ейәнсура, Көйөргәҙе, хатта Бөрйән райондарынан да килеүселәр бар ине. Шығырым тулы залда һәм балконда алма төшөрлөк тә урын булманы. “Тыңлаусыларыбыҙ менән осрашыуҙарҙы һуңғы йылдарҙа йыш ойошторабыҙ, беҙҙе бөтөн ерҙә лә матур, ихлас ҡаршы алалар. Ишембайҙағы сара шулай ҙа хәтерҙә иң ҡалғаны булыр, моғайын. Бында бик ихлас, йыр-моңға әүәҫ, талантлы халыҡ йәшәй икән”, тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша радио хеҙмәткәрҙәре. Улар әйтеүенсә, зал тәүге сығышты уҡ дәррәү алҡышлап ҡаршы алған һәм тамаша аҙағына тиклем ҡул сабып, артистарға ҡушылып йырлаған, бейегән. Башҡортостандың халыҡ артистары Резидә Әминева һәм Фәрүәз Урманшиндың халыҡсан дуэты – “Юлдаш” байрамдарының биҙәге. Фәрүәз Урманшин ижадташ дуҫын сәхнәгә саҡырғанда: “Мин булған ерҙә - ул, ул булған ерҙә мин бар", - тип шаяртып та алды. Халыҡ уларҙың йырҙарын ярата, ихлас тыңлай. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рәил Өмөтбаев, Гөлсөм Бикбулатова, Хәсән Усмановтарҙың да сығышы ишембайҙарға ифрат оҡшаны. Бөтөн залдың уларға ҡушылып йырлауы айырыуса матур күренешкә әйләнде. Радио йәштәре Илнур Рамаҙанов менән Рөстәм Йәнгиров та һынатманы. Илнурҙың дәртле йырҙарына сыҙамай бейергә төшөп китеүселәр концерттың ошо ихлас мәлен оҙаҡ иҫләр әле, моғайын. Рөстәмдең әрмелә саҡта тыуған яҡтарын, яҡындарын һағынып ижад иткән йыры ла тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. “Юлдаш” радиоһы Ишембайға уйнап-көлөр өсөн генә килмәгән, әлбиттә. Осрашыуға һатылған билет аҡсаһына улар МХО-лағы егеттәребеҙгә кәрәк-яраҡ алып, уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ылауы менән Луганскиҙа хәрби госпиталдә ятҡан яугирҙәргә оҙатҡан. Радио тыңлаусылар ҙа ошо ярҙам сараһына әүҙем ҡушылған. Салауат ҡалаһынан Менәүәрә Ҡадирова, мәҫәлән, госпиталдәге егеттәргә мендәр тыштары тегеп килтергән. “Егеттәребеҙ имен-һау ҡайтһындар, уларҙы Еңеү менән көтәбеҙ”, - ти ул. Юлдаштар менән осрашыуға ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәр ҙә килгәйне. “Радионы беҙ тыуған яҡтан ситтә тыңлайбыҙ. Ул беҙгә Башҡортостаныбыҙҙан сәләмен алып килә. Мөмкинлек сыҡҡан һайын ватсап аша хәбәр ебәрергә тырышам, айырыуса “Теге өсәү” менән аралашырға яратам”, - тип һөйләне уларҙың береһе. “Теге өсәү” - ысын мәғәнәһендә халыҡсан проект. Филүс Ҡасимов, Айбулат Сәсәнбаев һәм Йәмил Ишмөхәмәтов Ишембайҙағы осрашыуҙы ла йәнле, ихлас алып барҙы. “Ошо егеттәрҙе күрер, йырсыларҙы тыңлар өсөн бөгөн беренсегә кеше араһына сыҡтым. Улым махсус хәрби операцияла һәләк булды, радио йыуанысым, ҡайғы-һағыштарымды таратыусыға әйләнде”, - ти Венера апай. Фото: "Юлдаш" радиостанцияһы.