Белем биреү сертификаттары менән тәьмин итеүҙә өҫтөнлөклө категория булып махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары тора. 2025 йылда илдә, Башҡортостанда Ватанды һаҡлаусылар йылында 200 самаһы яугир һәм уларҙың яҡындары үҙҙәренең профессиональ оҫталыҡтарын бушлай күтәрә йәки яңы һөнәр ала аласаҡ. Уҡыуға бирелгән шәхси документ хаҡы 50 мең һум тәшкил итә. Республикала бөтәһе 700-гә яҡын кеше белем алыуға сертификат аласаҡ. Был иһә Рәсәй Президенты указы буйынса ҡабул ителгән “Кадрҙар” милли проектын (национальный проект “Кадры”) тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк. – Былтыр 2024 йылда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың яҡындарын уҡытыуға республика бюджетынан 14 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Иң кәрәкле һөнәрҙәр иҫәбендә - һаҡсы, СЕ, С, Д категориялы водитель, клиник психология. 50 мең һумға тиклемге курсты – был юғары номиналды – яугирҙәр ҙә, уларҙың туғандары ла һайлай ала. Был программа буйынса һайлап алынған ойошмаларҙа уҡытыу формаһы, йәғни тикшерелгән һәм ышаныслы, теләһә ниндәй булырға мөмкин. Уҡыуҙы уңышлы үткәндән һуң яраҡлы эш һайларға карьера консультанттары ярҙам итәсәк, – тип һөйләне Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Яраланыу сәбәпле хәрби хеҙмәтен тамамлағандан һуң үҙенә яңы профессиональ эшмәкәрлек башлағандар араһында Тәтешле районында “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалының социаль координаторы Венер Сафин да бар. Сертификат менән файҙаланып, ул “Хәрби психология һәм хәрби стреста психологик ярҙам” программаһы буйынса уҡый һәм хәҙер яугирҙәргә тыныс тормошҡа ҡайтырға ярҙам итә. – Был юлды үткән, бөтә нәмәне үҙемдә кисергән кеше булараҡ, миңә фронттан ҡайтҡан яугирҙәрҙе аңлау еңелерәк. Махсус белем алып һәм ярҙам итеү технологияларын өйрәнеп, күберәк файҙа килтерә алам, – тип уртаҡлаша элекке яугир, бөгөн табип һәм координатор Венер Сафин. Уҡыуға ғаризаны мәшғүллек үҙәктәрендә, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша, шулай уҡ “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалдарында бирергә мөмкин. Белем биреү ойошмаларының актуаль реестры менән һылтанма буйынса танышырға https://mintrud.bashkortostan.ru/activity/46702/. Фото сығанағы: pravitelstvorb.ru.