Бөгөн иртән, 22 февралдә, Өфөләге “Өфө-Арена” спорт комплексы майҙанынан Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң хәрби хеҙмәт урынына юлланды. Яугирҙәрҙе оҙатырға тотош ғаиләләр килгән. Журналистар менән һөйләшергә ваҡыттары юҡ уларҙың - юлға сығыр алдынан ҡиммәтле минуттарҙы яҡындары менән үткәрергә теләйҙәр. Шул уҡ ваҡытта яугирҙәрҙең кәйефе хәрбиҙәрсә. Был хаҡта Нефтекаманан “Ислам” һәм “Аҡ” позывнойлы егеттәр һөйләне. – Беҙ тыуған Башҡортостаныбыҙға ҡыҫҡа ваҡытлы ялға дүртенсе йәки бишенсе тапҡыр киләбеҙ. Бындай ял беҙгә бик кәрәк, – тип билдәләне ир-егеттәр. – Ғаилә менән булыу яңы көс алырға мөмкинлек. “Нур” позывнойлы яугир хеҙмәт итеү осоронда бер нисә тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялда була. – Ғаиләм менән булырға, өйҙә төрлө эштәрҙе башҡарырға өлгөрҙөм, – тип һөйләне яугир. – Хәҙер яңы көс туплап, артабан хеҙмәт итергә китәм, туғандарым биргән хеҙмәттәштәремә бер нисә посылка алып барам. Яугирҙәр әйтеүенсә, өйҙән килгән һәр хәбәр, хатта ябай хатта