Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында йәшәгән Нияз Сәлиховты был төбәк халҡы ғына түгел, тотош республика ат йәнле егет булараҡ белә. Бынан арыу уҡ йылдар элек интернет селтәрендә алты йәшлек малайҙың башмаҡты еккегә өйрәтеп, менеп йөрөүе тураһында видеояҙма таралғайны. Ошо роликты күреп, “Ирәндек” башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса шәфҡәтлелек фонды рәйесе Алмас Шөғөров “Тай-тулаҡ” милли спорт байрамында Ниязды ҡолон менән бүләкләне. Бөгөн инде 16 йәшлек Нияз Сәлиховтың алты баш йылҡыһы бар. Ул бәләкәйҙән ат йәнле бала булып үҫә. Алты йәшендә һыбай йөрөргә өйрәнә. Был ваҡытта уларҙың үҙҙәренең аты булмай, әммә кескәй Нияз аптырап ҡалмай, башмаҡты егеп, һыбай йөрөргә өйрәтеп ала. Уның был видеоһы интернет селтәрендә бик киң таралып, хатта Мәскәүгә Андрей Малаховтың тапшырыуына барып етә. – Йылҡы малына тартылыуым атайымдан күскәндер, тип уйлайым, ул аттарҙы ныҡ яратҡан, – ти Нияз. Атаһы мәрхүм булғанда малайға ике генә йәш була. – Атаһы Рияз уны атлап китеү менән атҡа атла
Алты йәшендә быҙау егеп йөрөгән малайҙы иҫләйһегеҙме?
22 февраля 202522 фев 2025
2 мин