“Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” федераль проекттары медицина ойошмаларына кадрҙар йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Һөҙөмтәлә медицина хеҙмәткәрҙәре рәте тулылана, ә пациенттар квалификациялы ярҙам ала. Тыуған яҡтарына ҡайтып, ауылдаштарын дауалауға лайыҡлы өлөшөн индергән белгестәр араһында Асҡын егете Рим Мөхәмәтов та бар. Йәш белгес Асҡын район дауаханаһының хирургия бүлексәһенә етәкселек итә. Ул Асҡын ауылында тыуып үҫкән, бәләкәй саҡтан табип булырға хыялланған. Мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә һәм 2022 йылда ҡулына диплом ала. – Пандемия ваҡытында миңә университет клиникаһында, Өфөнөң 5-се һәм 8-се дауаханаларында эшләргә тура килде. Ауыр ваҡыт булһа ла, тәжрибә туплау өсөн ысын һынау осоро булды. Көрсөк шарттарында эшләгәндә күп нәмәгә өйрәндем, – ти Рим Рәмил улы. Университетты тамамлағандан һуң “Хирургия” белгеслеге буйынса ординатураға дөйөм хирургия кафедраһына уҡырға инә, Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы ба